Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев, хаҡлы ялда булһа ла, республиканың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, Өфөлә йәшәгән белореттарҙың “Артыш” яҡташтар ойошмаһы рәйесе булып тора.
Рәйес Абдрахман улы ваҡытлы матбуғат яҙмышына ла битараф түгел. Йыл һайын үҙе редакциябыҙға килеп, Әбйәлил районының Салауат ауылында урынлашҡан хосписҡа “Башҡортостан” гәзитенә яҙыла ине. Быйыл да ул Өфөлә “Торатау” конгресс-холында уҙған “Ватан көсө” III республика форумында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Изге эштәр картаһы” акцияһында ҡатнашып, Салауат ауылындағы хосписҡа ете баҫманы – “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрен, “Тамаша”, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шонҡар”, “Һәнәк” журналдарын яҙҙырҙы.
– Салауат ауылындағы хосписта булғанығыҙ бармы? Минең булғаным бар. Унда ауыр хәлдәге ауырыуҙар ята. Улар гәзит-журналдарҙы уҡып, үҙҙәренең ауырыуҙарын, хәсрәттәрен бер аҙға булһа ла онота. Хосписта дауаланыусылар милли баҫмаларыбыҙҙҙы уҡыһындар. Дауалау учреждениеһының үҙенең яҙылыу мөмкинлеге юҡ, шуға ла йыл да ярҙам итеп торам. Гәзит-журнал улар өсөн шәп бүләк ул, – тине Рәйес Абдрахман улы.
Рәйес Исмәғилев - ябай пенсионер, уның пенсиянан башҡа матди сығанағы юҡ, әммә ошондай яҡшы эштәргә аҡсаһын йәлләмәй. Уның изге башланғысын башҡа билдәле шәхестәр, эшҡыуарҙар, хәлле кешеләр, илем һәм телем тип янып йөрөгән милләттәштәребеҙ ҙә дауам итһә, ҡалай шәп булыр ине. Матур һүҙҙәр һөйләп кенә ҡалмайыҡ, ошондай һөҙөмтәле эштәр менән күберәк булышайыҡ. “Атайсал” проектында ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ кеүек.
Фото: Рәйес Исмәғилевтең ғаилә альбомынан.