24-26 майҙа Өфөлә «Китап байрамы» фестивале барышында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто йолаға әүерелгән «Изге подписка» акцияһын ойоштора.
Теләгән һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, тыл эшсәндәренә, туғандарына һәм яҡындарына яратҡан республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыу бүләк итә, шулай уҡ эстафетаны дуҫтарына тапшыра ала. Матбуғатҡа нәшриәт йортоноң павильонында яҙылырға мөмкин.
«Республикала гәзит-журналдарыбыҙҙы юғары баһалайҙар, - тип һөйләй Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, «Шоңҡар» йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов. - «Изге подписка» акцияһы фестивалдә әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Сөнки изге мәғлүмәттәр менән бүлешеү теләге - күңел байлығы билдәһе, кешенең изге ниәттәрен һәм изге эштәрен сағылдырыу».
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.