Өфөлә “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Рәсәй почтаһы һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ташламалы хаҡтар буйынса республика, район һәм ҡала гәзиттәренә, журналдарға яҙылыуҙы ойоштора. Шулай уҡ унда “Изге эштәр” акцияһы бара. Унда теләгән һәр кеше махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләһенә гәзит-журналдар яҙҙырта ала.
Салауат дәүләт башҡорт драма театрының директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Миңлеғәле улы Ҡотошов та “Изге эштәр” акцияһына ҡушылды.
– Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы менән "Китап байрамы" сараһында ҡатнаштыҡ. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырҙарынан торған йырҙарҙан бер сәғәтлек тамаша күрһәттек. Тамашасы беҙҙең композицияны йылы ҡабул итте. Былтыр ҙа "Китап байрамы"нда ҡатнаштыҡ, унда халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғарҙары менән сығыш яһаныҡ.
Бер ыңғай “Изге эштәр” акцияһында ҡатнаштым һәм Белорет районының Сермән ауылынан ике улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләгә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙыртым.
Әлбиттә, бындай изге эштәр һәр ваҡыт барырға тейеш. Бигерәк тә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләләрен оноторға ярамай. Беҙ үҙебеҙ ҙә театр тарафынан уларға ярҙам итеп торабыҙ. Ил өсөн йәндәрен биргән, һаулыҡтарын бөтөргән үҙебеҙҙең егеттәрҙе, яугирҙәрҙе бер ваҡытта ла онотмаҫҡа һәм уларға, ғаиләләренә ярҙам итергә бурыслыбыҙ, - тине Айбулат Ҡотошов.
Мөмкинлекте файҙаланып, Айбулат Миңлеғәле улынан Салауат дәүләт башҡорт драма театрының миҙгелде нисек тамамлауы тураһында ла ҡыҙыҡһындыҡ.
– 23 майҙа беҙ сираттағы миҙгелде ябыу байрамын ойошторҙоҡ. Унан алда “Туғанлыҡ” театрҙар фестивалендә ҡатнаштыҡ һәм Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклде күрһәттек, режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев. Спектакль “Классик әҫәрҙе заманса яҡтыртыу” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов махсус призға лайыҡ булды һәм ул үҙенең ролен бик оҫта башҡарған өсөн айырым призға лайыҡ булды.
Миҙгел бик эшлекле үтте. Беҙҙең театр Дағстанға гастролгә барҙы һәм матур йөрөп ҡайтты. Шулай уҡ улар ҙа беҙгә килде һәм Башҡортостанды бик яратып, оҡшатып ҡайтты. Улар: “Беҙ үҙебеҙҙе ҡунаҡсыл халыҡ тиһәк, баҡтиһәң, башҡорттар беҙҙән дә күпкә ҡунаҡсылыраҡ икән”, – тип әйтеп ҡайттылар, – тип ул матур ваҡиғалар тураһында ла һөйләне.
"Изге эштәр" акцияһында ҡатнашҡаны өсөн Айбулат Ҡотошовҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Уның изге эшен башҡалар ҙа дауам итер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.