“Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында еңеүем 85 йәшемә үҙе бер бүләк булды”, - ти ул.
“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһына ярашлы, матур приздар уйнатабыҙ. Үткән аҙнаның еңеүсеһе Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылынан Зилә Ғәлиева булды.
Зилә Шәһивәли ҡыҙы “Башҡортостан” гәзитен 1957 йылдан, йәғни 67 йыл дауамында алдырып уҡый.
– Ауылыбыҙҙағы мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып эшләнем. Шул осорҙан алып “Башҡортостан”дан айырылғаным юҡ. Рәсми хәбәрҙәр, ил, республика тормошо, яңы закондар һәм указдар менән ваҡытында танышып барыу өсөн гәзиттең шишәмбелә һәм йомала сыҡҡан ике һанын да алдырам. Мин матбуғатты артҡы битенән башлап уҡырға ғәҙәтләнгәнмен. Унан инде рәсми яңылыҡтарға күҙ һалам. Хикәйә, тормош күренештәрен яратып уҡыйым, – ти Зилә Шәһивәли ҡыҙы.
Зилә Ғәлиева – өс бала әсәһе, бөгөн ул балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең иғтибар-хөрмәтен тойоп, бәхетле ғүмер кисерә. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай, еләк-емешкә йөрөргә ярата. “Ауылыбыҙҙың тирә-яҡ тәбиғәте бик матур. Беҙҙә күлдәр күп. Туғай-ҡырҙарҙа муйыл, балан, еләк уңа. Бына шулай, тормоштан үҙемсә йәм табып, үҙ йүнемде үҙем күреп йәшәйем, барына шөкөр итәм”, – ти Зилә инәй.
Әйткәндәй, күптән түгел Зилә Шәһивәли ҡыҙы 85 йәшлек юбилейын билдәләгән. “Аҙна һайын – бүләк!” акцияһында еңеүем тыуған көнөмә үҙе бер бүләк булды”, – ти ул. Беҙ гәзитебеҙҙең тоғро дуҫына электр сәйнүге бүләк итеп, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәүен, тағы оҙаҡ йылдар “Башҡортостан”ды алдырып уҡыуын теләнек.
ӘЙТКӘНДӘЙ, бөгөн, 10 июндән, Матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителә. Был осорҙа “Башҡортостан” гәзитенең тулы вариантына (шишәмбе һәм йома көнө донъя күрә, индексы П2729) – 1482 һум 18 тингә; йома көнө сыҡҡан 24 битлек гәзиткә (индексы П3030) 794 һум 04 тингә яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ электрон версияға яҙылыу хаҡы – 1092 һум.
“Башҡортостан” гәзите йылдағыса тоғро дуҫтарына матур бүләктәр әҙерләне: ҡоймаҡ ҡойоу ҡорамалы, блендер, шөрөп борғос, электр сәс алғыс, элект сәйнүге, таба, салат һауыттары һ.б.
Был бүләктәрҙе отоу өсөн нимә эшләргәме? 2024 йылдың 2-се яртыһына гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың фотоһын ебәреү ҙә етә. Уны ошо постың аҫтына комментарий итеп беркетергә йәки 8 917 420 20 28 (вацап) һанына ебәрергә генә кәрәк.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.