Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
11 Июнь , 11:05

Матбуғат байрамы башланды

Әлеге минуттарҙа Өфөләге Матбуғат йорто алдында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә арналған байрам башланып тора. 

Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды

Бөгөн, 11 июндә, Өфөләге Матбуғат йорто алдында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә (6+).

Әлеге минуттарҙа байрам башланып ҡына тора. Матбуғат йорто ҡаршыһындағы майҙанда "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортона берләшкән гәзит-журналдар редакциялары ҙҙәренең тематик мөйөшөн булдырып, матбуғатҡа яҙылыу ойоштора. Был эштән йылдағыса “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалмай. Шулай уҡ сара барышында китап һатыу, халыҡ һөнәрмәндәре йәрминкәһе үтә. Үҙҙәренең яратҡан баҫмалары исеменән халыҡты тәбрикләргә тип билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре лә килгән, улар байрамды матур йырҙары менән биҙәйәсәк.

Традицияға тоғро ҡалып, Башҡортостан Журналистар союзы билдәле дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндең матбуғат йорто алдында ҡуйылған һәйкәленә сәскә һалыу ойошторҙо. 

Матбуғат баҫмалары үҙ яҙылыусылары өсөн бүләктәр әҙерләгән. Байрам дауамында гәзит-журналдарға 10 процент ташлама менән яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарына, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә лә өҫтәмә ташламалар яһала. Байрамда яҙылыусылар араһында велосипед, тостер, электр сәйнүге кеүек матур бүләктәр уйнатыласаҡ. Беҙҙең “Башҡортостан” гәзите лә тоғро дуҫтарына матур бүләктәр әҙерләне.

Бынан тыш, теләге булған һәр кем "Изге яҙылыу" акцияһында ҡатнаша ала. Уға ярашлы, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто бренды аҫтында сыҡҡан теләһә ниндәй баҫманы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, тыл эшсәндәренә, туғандарына һәм яҡындарына яҙҙыра ала.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Матбуғат байрамы башланды
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: