Бөгөн, 11 июндә, Өфөләге Матбуғат йорто алдында Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнә арналған байрам үтте. Был сара хәҙер инде матур йолаға әйләнде һәм йыл һайын Матбуғат йорто алдында республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан уҙғарыла. Сараны ойоштороусы – “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто был көндә республика гәзит-журналдарына яҙылыусыларға бүләктәр әҙерләй.
Төп сара Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Унда БР Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов барлыҡ ҡунаҡтарҙы, журналистарҙы байрам менән ҡотлап сығыш яһаны һәм журналистарға - Союздың маҡтау грамоталарын, тармаҡ конкурсында еңеүселәргә лайыҡлы бүләктәрен тапшырҙы. Һуңынан Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союздарына яңы ағзалар ҡабул ителде.
Артабан Матбуғатҡа яҙылыу байрамы Матбуғат йорто алдындағы майҙансыҡта дауам итте. Журналистарҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Елена Арямнова, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев сәләмләне, шулай уҡ журналистарҙы һөнәри байрамдары –14 июндә билдәләнгән Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланылар. Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр ведомство наградалары менән билдәләнде.
– Һүҙгә тоғролоғоғоҙ, тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт тәүгеләрҙән булып шатлыҡлы һәм ҡайғылы ваҡиғаларҙы күрә белеүегеҙ, республика халҡына нимә булғаны тураһында һөйләүегеҙ һәм бөтәһенә лә аңлайышлы итеп аңлатыуығыҙ өсөн күп рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Беҙ баҫма киң мәғлүмәт сараларын бик яратабыҙ, сөнки улар тарихыбыҙҙы һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта беҙ киләсәккә ҡарайбыҙ, беҙҙең гәзит-журналдар республика халҡы булған бөтә өлкәләрҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Баҫма киң мәғлүмәт сараларында сифатлы, профессиональ материалдар донъя күрә. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Көндәлек эштәрегеҙ өсөн, үҙегеҙҙе һөнәрегеҙгә бағышлап эшләйһегеҙ, – тине Елена Арямнова.
Элина Ғатауллина сығышында журналистарҙың мәҡәләләр яҙыуға һалған хеҙмәте, йөрәк йылыһы һөҙөмтәһендә мәғлүмәт уҡыусыларға барып етә. “Һеҙ – уҡыусыларға кәрәкле мәғлүмәт таратыусы, мәғәнә биреүсе кешеләр. Һеҙгә һаулыҡ, илһам теләйем, һәр берегеҙҙең ҡәнәғәт һәм рәхмәтле уҡыусыһы булһын!” – тине ул.
– Был байрамды яҙылыу кампанияһының һуңғы өлөшөндә үткәрәбеҙ. Ә төп геройҙарыбыҙ – яратҡан, тоғро уҡыусыларыбыҙһыҙ ул ниндәй байрам! Был көндө беҙ тәү сиратта улар өсөн ойошторабыҙ. Әгәр кемдәрҙер матбуғат баҫмаларына яҙылмаған булһа, әле һуң түгел. Яҙылғандар өсөн бүләктәр – ташламалы хаҡтар буйынса яҙылыу мөмкинлеге, иҫ киткес бүләктәр уйнатыласаҡ. Ваҡиғаларҙы тәрән анализлау – беҙҙең гәзиттәрҙә, республика шағирҙарының һәм яҙыусыларының шәп әҫәрҙәре – журнал биттәрендә. Беҙҙең иң бәләкәй яҙылыусылар өсөн дә журналистар гәзит һәм журналдар сығара. Бөгөн мәғлүмәт ҡиммәт тора, ә ваҡытында һәм дөрөҫ мәғлүмәт тағы ла юғарыраҡ баһалана, – тине Рәсүл Сәфәрғәлиев.
Сарала “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Ҡыҙыл таң”, “Йәшлек”, “Молодежная газета”, “Өмөт”, “Йәншишмә” гәзиттәре, “Ағиҙел”, “Аҡбуҙат”, “Әллүки”, “Толпар", “Бельские просторы”, “Аманат”, “Ватандаш”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Рампа”, “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Сельские узоры”, “Шоңҡар”, “Тамаша”, “Һәнәк” журналдары хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡунаҡтар менән аралашып, үҙҙәренең баҫмаһы тураһында һөйләне һәм яҙылырға саҡырҙы. Һәр ваҡыттағыса Матбуғат байрамында халыҡ оҫталары ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо, йәрминкә булды. Ә инде Башҡортостандың яратҡан артистары – Нәзифә Ҡадирова, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Зилә Лира, Руслан Зөлҡәрнәев, Заһир Шәйәхмәтов (Заһир Байыҡ), Ян Лира, Владимир Кузьмичев, Зөлфиә Ханнанова, Артур Туҡтағолов, Ясмина Лоҡманова, Айнур Ғәзизов, Венера Юлгилдина, Харис Шәрипов, Гөлйемеш Ҡылысова, Илнур Ишембаев матбуғат һөйөүселәргә йыр-моңдарын бүләк итте.
Әлбиттә, был көндә Рәсәй почтаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә эш етерлек булды – улар урында гәзит-журналдарға яҙылырға ярҙам итте.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, кисә төбәктә 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына льготалы яҙылыу декадаһы башланды, шуға күрә байрамда ҡатнашыусылар яҙылыуҙы рәсмиләштергәндә ташламалар менән файҙалана алды.
Бынан тыш, “Изге подписка” акцияһы ярҙамында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, туғандарының һәм яҡындарының ғаиләләре өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу мөмкин булды.
Сараның аҙағында ошо көндә матбуғатҡа яҙылыусылар "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто ойошторған уйында ҡатнашты һәм бүләктәр – велосипед, көнкүреш техникаһы, сымһыҙ наушник, пауэрбанк кеүек әйберҙәр отторҙо. Мәғлүм булыуынса, Матбуғатҡа яҙылыу байрамында ҡатнашыусылар 250-нән ашыу дана гәзит-журналдарға яҙылған. Ә төп бүләк – велосипед “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылған уҡыусыға - Суфия Рәхмәтуллинға эләкте. Көнкүреш техникаһын “Һәнәк” һәм “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарына яҙылғандар алды. Сымһыҙ наушниктар Һәм пауэрбанктар “Өмөт” һәм “Башҡортостан” гәзиттәре, “Башҡортостан уҡытыуысы” журналы яҙылыусыларына эләкте. Тележурналист Шәүрә Ғилманова бер юлы ике приз яуланы. Ул бер юлы ун гәзит-журналға яҙылған.
– Журналист булараҡ, республика баҫмаларына нисек ярҙам итеүебеҙгә халыҡтың кәйефе бәйле, тип әйтә алам. Халыҡтың йөҙ проценты интернет менән генә файҙалана, тип уйламағыҙ, 60 проценты әле интернетҡа барып етмәгән һәм гәзит-журналдар көтә! Мин үҙемә генә түгел, ейәндәремә, апайҙарыма һәм ағайҙарыма ла яҙылдым, – тип уртаҡлашты Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы.
Был сараға килгән һәр кем республикала сыҡҡан матбуғат сараларының халыҡҡа кәрәклеге тураһында һөйләне һәм башҡаларҙы ла гәзит-журналдарға яҙылырға саҡырҙы.
Әйткәндәй, 10 июндә матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө башланды һәм ул 20 июнгә тиклем дауам итәсәк. Ошо көндәрҙә һеҙ ташламалы хаҡтар буйынса үҙегеҙҙең яратҡан гәзиткә һәм журналға яҙыла алаһығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.