Бөтә мөһим даталар һәм байрамдар араһында 14 июль – Рәсәй почтаһы көнө айырым урынды алып тора. Әйткәндәй, быйыл рәсәйҙәр уны утыҙынсы тапҡыр билдәләй.
Шул уңайҙан Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылындағы почта бүлексәһе эше менән танышыу бәхете тәтене. Унда беҙҙе етәксеһе Альмира Шляпкина ҡаршы алды һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Башта почта бүлексәһе Крючевка ауылында урынлашҡан булған, бында күсеүҙәренә бер нисә йыл үткән. Урыҫ Юрмашы ауылында булыуы, һәр яҡлап ҡарағанда ла, отошло, тиҙәр. Ни тиһәң дә, ауыл хакимиәте лә ошонда.
– Бәләкәй генә коллектив тупланған, берҙәм һәм татыу эш итәбеҙ, – ти Альмира Шляпкина. – Почтальондар почтаны бер ҡасан да һуңлатҡаны юҡ, киреһенсә, гәзит-журналдарҙы, бүтән төрлө түләү ҡағыҙҙарын тейешле адресҡа һәр саҡ ваҡытында алып барып еткерәләр.
Урыҫ Юрмашы почта бүлексәһе Бурцев (почтальон – Валентина Некрасова), Шамонин (Гүзәл Шайгарданова), Шмидт (Оксана Глухова), Урыҫ Юрмашы (Алмас Буранғолов) һәм Крючевка (Надежда Романцева) ауылдарын хеҙмәтләндерә.
Альмира Ансар ҡыҙы билдәләүенсә, бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙең гәзит һәм журналдарҙы өйҙәренә алдырыуы маҡтауға лайыҡ, уларҙың өлгөһөнә йәштәр ҙә эйәрһә ине.
Фото: Урыҫ Юрмашы почта бүлексәһе.