Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
13 Июль , 08:00

Почтальон булып эшләү оҡшай

Залина Шәйхлисламова "Башҡортостан" гәзите ойошторған "Үҙ эшенең оҫтаһы" конкурсында ҡатнаша. 

Почтальон булып эшләү оҡшай
Почтальон булып эшләү оҡшай

Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы төркөмөбөҙҙә "Үҙ эшенең оҫтаһы" тип аталған сираттағы конкурс бара. Унда Башҡортостандан бер төркөм иң егәрле һәм иң тырыш почтальон үҙ-ара көс һынаша. Улар араһында Илеш районының Исәмәт ауылы почта бүлексәһе почтальоны Залина Сабит ҡыҙы Шәйхлисламова ла бар.

Залина Сабит ҡыҙы 1967 йылда Илеш районының Теләкәй ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. 1984 йылда мәктәпте тамамлағас, Өфөлә тегенсегә уҡый. 1985 – 1988 йылдарҙа 8 Март фабрикаһында эшләй, ә 1988 –1990 йылдарҙа уның филиалында хеҙмәт итә. Һуңынан колхозға урынлашып, 2009 йылға тиклем ауыл хужалығы тармағында эшләй.

1993 йылда Исәмәт ауылы егетенә кейәүгә сығып, иренең ауылында төпләнәләр. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әлеге ваҡытта ике ейәнгә өләсәй.

Ауыл ерендә ҡатын-ҡыҙға эш табыуы еңелдән түгел. Шуға ла өлгөр Залина Шәйхлисламова ҡайҙа урын бар шунда урынлашып, эшләргә тырышып тора. 2010 – 2015 йылдарҙа социаль хеҙмәткәр булған, 2015 – 2018 йылдарҙа балалар приютында эшләй, ә инде 2019 йылдан – почта хеҙмәткәре.

– Балалар ситтә, яңғыҙым йәшәйем, ирем өс йыл элек вафат булды. Яңғыҙ торһам да, мал тотам. Почтальон булып эшләү оҡшай. Ул миңә кеше менән аралашыу, халыҡҡа ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткереү мөмкинлеге бирә, – тип уртаҡлашты Залина Шәйхлисламова.

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары – почта хеҙмәткәрҙәрен, почтальондарҙы яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ! Элекке ваҡыттағы кеүек һеҙҙе һәр йортта гәзит-журнал уҡыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп торһон.

Фото Залина Шәйхлисламованың ғаилә альбомынан.

Почтальон булып эшләү оҡшай
Почтальон булып эшләү оҡшай
Почтальон булып эшләү оҡшай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: