Өфөлә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле төшөрөлгән маркалы конверт почта әйләнешенә сыҡты. Ошо ваҡиға айҡанлы Өфө почтамтында үткән тантанала Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Рәсәй почтаһының төбәк идаралығы директоры Ленард Шафиҡов ҡатнашты. Традиция буйынса улар конверттарға ҡултамға ҡуйҙы һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.
Конверттың стандарт почта маркаһы бар. Тиражы – 300 мең дана. Конвертҡа махсус почта штемпеле лә эшләнгән.
Уларҙы Өфө һәм Башҡортостан Республикаһының почта бүлексәләрендә алырға мөмкин. Махсус штемпелде Өфөлә, Ленин урамы, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан почта бүлексәһендә ҡуйҙыра алаһығыҙ.
Фото: pravitelstvorb.ru