– Редакцияға бүләк алырға килһәм, олатайым мәрхүмдең фотоһы ҡаршылап тора. Бәләкәйҙән уҡып үҫкән “Башҡортостан” гәзите хәҙер миңә тағы ла яҡыныраҡ булып китте, – тип күҙ йәштәрен йәшермәне баҫмабыҙҙың дуҫы Илүзә Хөсәйенова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың икенсе ярты йыллығына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатҡайныҡ. Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылынан Гөлнур Хөсәйенова отҡан сәйнүкте алырға тип, туғаны килде.
Редакциябыҙ урынлашҡан бишенсе ҡатҡа күтәрелгәс, Илүзә фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәһенә күҙ һалды һәм фотоһүрәттәр араһында ҡарт олатаһының портретын күреп ҡалды.
– Ҡарт олатайым Шәүәли Мөхәмәт улы Вәхитов Социалистик Хеҙмәт Геройы, райондың абруйлы кешеһе ине. Ул бер нисә йыл элек 90 йәше тулыр алдынан арабыҙҙан китте. Өләсәйем Маһри Миңлеғәле ҡыҙы менән биш ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Беҙгә, ейән-ейәнсәр һәм бүлә-бүләсәрҙәренә, хәстәрлекле булдылар. Ҡарт олатайымдың йылмайып ултырған портретын күргәс, күңелгә йылы булып ҡалды, – тине ҡунағыбыҙ.
Дуҫтар, бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Өфөгә юлығыҙ төшһә, һеҙ ҙә редакциябыҙға килегеҙ, республика тарихын сағылдырған фотокүргәҙмәне күрегеҙ.
Автор фотоһы.