Гәзиткә яҙылыу
5 Ноябрь 2024, 11:00

Еңеүсебеҙ “Берёзки” ял йортона апайы менән барасаҡ

“Башҡортостан” гәзитенең "Бәйләнештәге" төркөмөндә әленән-әле төрлө отош уйыны, конкурстар уҙа. Бүләктәр ҙә ниндәй бит әле! Мәҫәлән, сентябрҙәге отоштоң еңеүсеһе Рәйлә Дауытова Яҡтыкүл буйындағы “Березки” ял йортона етешәр көнгә ике кешелек юллама алып һөйөндө.

Еңеүсебеҙ “Берёзки” ял йортона апайы менән барасаҡЕңеүсебеҙ “Берёзки” ял йортона апайы менән барасаҡ
Еңеүсебеҙ “Берёзки” ял йортона апайы менән барасаҡ

Рәйлә Ильяс ҡыҙы Учалы районының Ахун ауылында йәшәй. Ул 37 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән,  инде дүрт йыл хаҡлы ялда.

Һәр саҡ йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған ветеран уҡытыусы йәшәү йәмен мәҙәни сараларҙа ҡатнашыуҙа һәм ижади эш менән шөғөлләнеүҙә күрә. Ауыл ерендәге бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр араһында фольклор һәм театр түңәрәктәренә  йөрөргә, шиғырҙар яҙырға, портреттар һәм пейзаждар төшөрөргә лә ваҡыт таба. Ошондай сағыу, йәмле тормошоноң иң ҡәҙерле өлөшө – ул ете ейән-ейәнсәре, әле ҡышҡа тиклем һәр береһенә ойоҡбаштар өлгөртөргә тырышып йөрөүе.

– Тормошто яратам! Донъя бит шундай матур! – ти Рәйлә Ильяс ҡыҙы.

“Башҡортостан” гәзите ойошторған уйындың бүләген еңеүсебеҙ бер туған апайы Сәймә Ильяс ҡыҙы менән уртаҡлашырға булған.

– Апайым миңә әсәй урынына ҡалған кеше. Ул да тормошон балаларға белем биреүгә бағышланы – инглиз теленән уҡытты. Ошо көндәрҙә ҡәҙерле кешем 70 йәшен билдәй. “Берёзки” ял йортона икәүләшеп барырға йыйынабыҙ. Бүләккә сикһеҙ шатбыҙ. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт  юллап, эштәрендә уңыштар, бәхет, таҙалыҡ теләп ҡалабыҙ, – ти Рәйлә Ильяс ҡыҙы.

Дуҫтар, һеҙ ҙә “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөнә ҡушылығыҙ һәм уйындарҙа ҡатнашығыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!

Фото: Рәйлә Дауытованың шәхси архивынан.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас