Учалы районында командировкала булғанда Рысай ауылы почта бүлексәһенә лә инеп сыҡтыҡ. Урындағы почта бүлексәһе начальнигы Гөлназ Сәйфулла ҡыҙы Сәғәҙиева белдереүенсә, әле ваҡытлы матбуғатҡа күпселек өлкән быуын яҙыла.
“Почта эшенә килгәндә, халыҡ гәзит-журналдарға әүҙем яҙылһын, тип теләйбеҙ. Пенсионерҙарға рәхмәт – улар төп уҡыусыларыбыҙ, ә бына уҡытыусылар араһынан ауылда бары бер-ике кеше генә балалар журналын алдыра, барып өгөтләп ҡараным, тик файҙаһы булманы. Йәштәр ҙә матбуғатҡа битараф. Ауылда пенсионер Зөлфирә Мозафар ҡыҙы Ғарипованан өлгө алһындар ине. Иң күп гәзит-журнал алдырған кеше ул – ете баҫмаға яҙылған. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Фуат ҡыҙы Йәлилова элек хат ташыусы булып эшләне, ул да гәзит-журналдарҙы күп алдыра, ваҡытлы матбуғатты уҡып йәшәй, – тип белдерҙе Гөлназ Сәйфулла ҡыҙы.
Гәзит-журналдарҙы күпләп алдырған Зөлфирә Мозафар ҡыҙы Ғарипова менән яҡындан таныштыҡ. Уның бар булмышы ошо ауылға бәйле. Ауылдың ағинәйе 1957 йылда донъяға ауаз һалған, алты балалы ғаиләлә үҫкән.
– Өс ҡыҙ, өс малай үҫтек. Ауыр йәшәнек. I кластан сәхнәлә сығыш яһаным. VIII класты тамамлағас, сәнғәт училищеһына уҡырға барырға теләнем, тик әсәйем ебәрмәне. IX класҡа Илсе ауылы мәктәбенә барҙым, йәйге каникулда, мәктәпкә кейем алыр өсөн, колхозға һыйыр һауырға эшкә сыҡтым. Шул аҡсаға алданып, әйбер алып кейенеп, фермала һыйыр һауырға тороп ҡалдым. Колхоздан да уҡытырға теләнеләр, комсорг итеп ҡуйҙылар, 18 йәшемдә Илсе ауыл советына Рысай округы буйынса депутат итеп һайланылар, – тип Зөлфирә Мозафар ҡыҙы еңел булмаған яҙмышы менән уртаҡлашты.
Ауылда уның ҡатнашлығынан тыш бер концерт, спектакль үтмәгән. Башлап “Өтөй балаҡ” спектаклендә Гөлүзә ролендә уйнай, шунан уның үҙенә “Өтөй балаҡ” ҡушаматын тағалар. 67 йәшендә лә Зөлфирә апай ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша – “Ағинәйҙәр” ойошмаһын етәкләй.
– Хәҙер бейемәйем дә, йырламайым да. Әле ете ағинәйебеҙ бар. Улар менән сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөйбөҙ. Иң йәшенә – 41 йәш, ул минең берҙән-бер ҡыҙым Таңсулпан Нәүфәл ҡыҙы Хисмәтуллина, ете бала әсәһе, – тип ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы.
Зөлфирә Мозафар ҡыҙы үҙе биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Ире Нәүфәл Фәхрислам улы күрше Сәфәр ауылынан булған. Һәр саҡ ярҙам иткән, сәхнәлә йөрөүенә лә ҡаршы булмаған. Бынан өс йыл элек ахирәткә күскән.
– Махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам ойошторабыҙ. Егеттәр ялға ҡайтҡанда саҡырып ҡунаҡ итәбеҙ. Ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп ебәрҙек. Ағинәйҙәр аҡса йыйып, аҙыҡ-түлек алып оҙата. Аҡсалата ла бирҙек. Үҙебеҙ өлгөрмәгән саҡта ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын йәлеп итәбеҙ. Бынан тыш, төрлө йолалар күрһәтәбеҙ, башҡорт телен күтәреү, һаҡлау йүнәлешендә эшләйбеҙ. Кирәб ауыланан килгән урыҫ балаларының беҙҙе танып: “Һаумыһығыҙ!” – тип һаулыҡ һорашыуы ҡыуаныслы. Ауылыбыҙ бөтмәһен тип тырышабыҙ, – тип башҡарған изге ғәмәлдәре менән уртаҡлашты киң күңелле Зөлфирә Мозафар ҡыҙы.
Ошондай илһөйәр кешеләре булғанға илебеҙ ныҡ, уларҙың арабыҙҙа күп булыуы ҡыуандыра.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.