Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Декабрь , 09:00

"Мине эшкә сығырға оҙаҡ "ҡоҙаланылар"

Был һөнәрҙе яраттым. Юҡҡа ғына: “Күңелеңә ятҡан эш тап һәм һиңә ғүмереңдә бер көн дә эшләргә тура килмәйәсәк”, – тип әйтмәйҙәр, – тине ул.

"Мине эшкә сығырға оҙаҡ "ҡоҙаланылар"
"Мине эшкә сығырға оҙаҡ "ҡоҙаланылар"

Учалы ауылында тыуып үҫкән, һуңынан Мейәстә йәшәгән Гөлнара Баҡыеваны Илселә һәр кем яҡшы белә. Ул бында тормош иптәшен осратып, дүрт бала әсәһе булған, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләгән. Өлгәр ҡатын район сараларында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы ике йылда почта бүлексәһе начальнигы вазифаһында намыҫлы эшләй. Әүҙем йәмәғәтсе өсөн почта бүлексәһе – хеҙмәт урыны ғына түгел, халыҡ менән аралашыу, ауылдаштарының бар һулышын белеп тороу өсөн уңайлы майҙан да.

– Мине почтаға эшкә сығырға оҙаҡ “ҡоҙаланылар”, әммә тәүҙә “булдыра алмаҫмын” тип ҡурҡтым. Асылда хәүефләнеүем юҡҡа булған. Эш ҡыҙыҡлы һәм бөтөнләй ҡатмарлы түгел. Уңайлы график өйгә лә етерлек ваҡыт бүлергә мөмкинлек бирә, барыһына ла өлгөрәм, ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк.

Эштә, әлбиттә, оҙаҡ булырға тура килә. Почта бүлексәһенә уны асыу ваҡытынан алда киләм, ябылғас та ҡайтып китеп булмай әле. Мәшәҡәт күп, әммә маҡсат ҡуйһаң, килеп сыға, тимәк, беҙҙең көс һәм тырышлыҡ юҡҡа түгел.

Өс кеше эшләйбеҙ, мин һәм ике хат ташыусы – Сәриә Иманбай ҡыҙы Шәфиева менән Гөлсәсәк Әғләм ҡыҙы Нәжметдинова. Улар дүрт йылдан ашыу эшләй, был ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа һынатманылар. Беҙ 480 абонентты хеҙмәтләндерәбеҙ, шуларҙың 236-һы – пенсионер.

Бөгөн хаттар һаны ҡырҡа әҙәйһә лә, кешеләр ваҡытлы баҫмаларға яҙылыуҙы, хат һәм телеграмма ебәреүҙе кәметһә лә, почта халыҡҡа кәрәкле хеҙмәт булып ҡала. Ваҡытында гәзит-журналдарға яҙылыу һәм коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар килтерәбеҙ. Ауыл халҡы күберәк район һәм балалар баҫмаларына яҙыла. Планды ай һайын үтәргә тырышабыҙ, бының өсөн төрлө уйындар ойошторабыҙ. Был һөнәрҙе яраттым. Юҡҡа ғына: “Күңелеңә ятҡан эш тап һәм һиңә ғүмереңдә бер көн дә эшләргә тура килмәйәсәк”, – тип әйтмәйҙәр, – тине Гөлнара Ҡәйүм ҡыҙы.

Хәҙерге почта бүлексәләре күптән үҙ тәғәйенләнешен киңәйткән һәм көндәлек тауарҙар һатыу урынына ла әйләнгән. Өҫтәүенә улар халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн әйберҙәрҙең төрлөлөгөн арттырырға тырыша. Нисек кенә булмаһын, айырыуса ауылда почтаһыҙ йәшәүе ауыр, сөнки ул һаман да кешеләр өсөн аралашыу, фекер алышыу, файҙалы мәғлүмәт менән уртаҡлашыу мөмкинлеге биргән урын булып ҡала.

Илсе почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре хәйриә сараларынан да ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, яҙ һыу баҫҡан Ырымбур ҡалаһы халҡына гуманитар ярҙам йыйғандар. Илселәр берҙәмлектең көсөн яҡшы аңлай. Былтыр Яңы йыл алдынан Гөлнара Ҡәйүм ҡыҙы, хәйриә акцияһы ойоштороп, Учалылағы “Ғаилә” үҙәге һәм ҡарттар йорто өсөн гәзит-журналдарға яҙҙырған. Ауылдаштары уға аҡса күсергән йәки үҙҙәре килтереп биргән. Шулай итеп, ул 30-ға яҡын абонемент рәсмиләштергән. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә 200 мең һумға торошло посылкалар ебәргәндәр.

Ауыл халҡы почта хеҙмәткәрҙәре тураһында яҡшы, йылы фекерҙәр әйтә. Илсе почта бүлексәһенән кеше өҙөлмәүе лә бында үҙ-ара дуҫтарса эшлекле мөхит урынлашыуы тураһында һөйләй.

Бындай эштә тылың ныҡлы булыуы ла мөһим. Был йәһәттән Гөлнара Ҡәйүм ҡыҙына күптәр көнләшеп ҡарай, сөнки яҡындары бөтә яҡтан да йорт хужабикәһенә ярҙам итә.Тормош иптәше Рөстәм йорттағы төп эштәрҙе башҡарырға ла өлгөрә, шулай уҡ эшендә лә һынатмай. Ул Башҡортостан алтын сығарыу компанияһында водитель булып эшләй, шулай уҡ ике тиҫтә йылҡыны ла ҡарап өлгөрә, яратҡан ҡатынына балалар тәрбиәләүҙә һәм уңайлылыҡ булдырыуҙа ярҙам итә.

Улдары Вадим – университетта, ҡыҙҙары Камилла педагогия колледжында уҡый, Самира – VII класс уҡыусыһы, кинйәләре Ислам балалар баҡсаһына йөрөй. Баҡыевтар бергәләп диңгеҙгә сәйәхәт ҡылырға һәм урындағы тәбиғәттең матурлығына һоҡланырға ярата.

Уңған Гөлнара Ҡәйүм ҡыҙы Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Почтамтының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Үҙ һөнәрен яратҡан ошондай почта хеҙмәткәрҙәре күберәк булһын, тип теләйбеҙ.

Фото: Гөлнара Баҡыеваның шәхси архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: