Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
11 Декабрь , 18:30

"Яңы йылға әсәйемә "Башҡортостан" гәзитен бүләк иттем"

Беҙҙең Өфөләге яҡташтарҙың “Артыш” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла матбуғатҡа яҙылыу акцияһына ҡушылды.

"Яңы йылға әсәйемә "Башҡортостан" гәзитен бүләк иттем"
"Яңы йылға әсәйемә "Башҡортостан" гәзитен бүләк иттем"

Әлеге ваҡытта гәзит-журналдарға яҙылыуҙың иң ҡыҙған мәле, сөнки Рәсәй почтаһы 2 - 12 декабрҙә ун көнлөк иғлан итте – ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылырға була.

Шулай уҡ был мөмкинлекте файҙаланып, “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылып, үҙегеҙҙең яҡындарығыҙға, атай-әсәйегеҙгә, махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәр ғаиләләренә, мохтаждарға “Башҡортостан” гәзитен бүләк итә алаһығыҙ.

Мәҫәлән, “Торатау” конгресс-холы директоры урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ранис Алтынбаев “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылып, әсәһенә – Тәнзилә Ғүмәр ҡыҙы Йомаҙиловаға “Башҡортостан” гәзитенә подписка бүләк итте.

– “Яңы йылға “Башҡортостан” гәзитен бүләк ит!” акцияһына ҡушылдым. Хөрмәтле милләттәштәр, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡлап ҡалайыҡ тип янһағыҙ, тәү сиратта үҙебеҙҙең милли матбуғатҡа яҙылығыҙ, “Башҡортостан” гәзитенән айырылмағыҙ! Туған телгә һөйөүегеҙҙе ғәмәлдәге изге эштәрегеҙ менән күрһәтегеҙ.

Беҙҙең Өфөләге яҡташтарҙың “Артыш” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ла матбуғатҡа яҙылыу акцияһына ҡушылды һәм улар Белорет районында сыҡҡан “Урал” гәзитенә лә дәүҙем яҙыла, – тип белдерҙе Ранис Рәйес улы.

"Башҡортостан" гәзитенә ташламалы хаҡтар: гәзиттең йома һаны (24 битлек) – 961 һум (индексы – П3030), тулы варианты (шишәмбе һәм йома) – 1826 һум (индексы – П2724) тора.

Хөрмәтле дуҫтар, беҙ бергә булғанда ғына көслө. Шуға күрә лә милли баҫмаларға берҙәм яҙылып, үҙебеҙҙең күплегебеҙҙе, татыулығыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ.

Фото: Ранис Алтынбаевтың шәхси архивынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: