Гәзиткә яҙылыу
12 Декабрь 2024, 15:00

Ғәлимә апай 10 төрлө гәзит-журналға яҙылған!

Элегерәк 15 төрлө баҫмаға яҙыла инем, әле 10 дана матбуғат алдырып уҡыйым. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, район гәзиттәренә, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Бәрәкәт”, “Толпар”, ейәндәремә тип “Аҡбуҙат” журналдарына яҙылам, ти матбуғаттың тоғро дуҫы. 

Ғәлимә апай 10 төрлө гәзит-журналға яҙылған!Ғәлимә апай 10 төрлө гәзит-журналға яҙылған!
Ғәлимә апай 10 төрлө гәзит-журналға яҙылған!

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәгән оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусы, башҡорт телендә донъя күргән бихисап гәзит-журналдарҙың, шул иҫәптән беҙҙең “Башҡортостан”дың да, тоғро дуҫы, авторы Ғәлимә Ғәлиеваның исеме күптәргә яҡшы таныш.

Ошо көндәрҙә ул 10 төрлө матбуғат баҫмаһына яҙылып, квитанцияларының күсермәһен беҙ үткәргән "Яҙыл һәм бүләк от", "Аҙна һайын – бүләк" акцияларында ҡатнашырға ебәрҙе. Баҫмаларҙың дөйөм суммаһы 7418 һум 16 тин булған.

– Элегерәк 15 төрлө баҫмаға яҙыла инем, әле 10 дана матбуғат алдырып уҡыйым. “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, район гәзиттәренә, “Ағиҙел”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Бәрәкәт”, “Толпар”, ейәндәремә тип “Аҡбуҙат” журналдарына яҙылам. Мәктәптә эшләгән сағымда был баҫмаларҙы, үҙем уҡығандан һуң, класыма алып барып туплап ҡуя инем. Ҡыҙыҡһынған һәр кем – уҡыусылар ҙа, коллегаларым да рәхәтләнеп уҡый торғайны. Хәҙер инде өйөмдә йыйып барам, уларға айырым өҫтәл бүлгәнмен.

Гәзит-журналдарҙа әҙәбиәт, сәнғәт өлкәләренә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе айырыуса яратам. Элегерәк яңы әҫәрҙәргә, театрҙа ҡуйылған спектаклдәргә рецензиялар йыш баҫыла торғайны, шуларҙы ҡабат-ҡабат уҡырға яраттым. Бөгөн дә яңы гәзит килеү менән иң тәүҙә күңелемә яҡын темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе уҡып сығам, унан инде яйлап башҡалары менән танышам.

Беҙ Ғәлимә Мансур ҡыҙын сканворд сисеү оҫтаһы булараҡ та беләбеҙ. Аҙна һайын беҙҙең “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған сканвордҡа яуап ебәреп тора.

– Милли баҫмаларҙа башҡорт телендә төҙөлгән сканвордтар бирелеүе – ҡыуаныслы күренеш. “Башҡортостан” менән “Йәшлек” икеһе лә йома көнөндә килә. Балаларым да, туғандарым да күптән белеп бөткән: был көндә миңә шылтыратырға ярамай, сөнки мин башкөллө сканворд донъяһына сумам, - ти Ғәлимә Мансур ҡыҙы.

Бына ошондай дуҫтарыбыҙ булғанда, эшләүе лә күңелле шул!

Айрат Нурмөхәмәтов һәм автор фотолары. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас