Гәзиткә яҙылыу
21 Декабрь 2024, 01:00

Бүләгебеҙ Ишәйгә юллана

Эй-й, бәхетле кешеләр була бит ул, тиергә ашыҡмағыҙ. 15 ғинуарға тиклем һеҙ ҙә өлгөрәһегеҙ әле. 

Бүләгебеҙ Ишәйгә юлланаБүләгебеҙ Ишәйгә юллана
Бүләгебеҙ Ишәйгә юллана

“Аҙна һайын – бүләк” акцияһының сираттағы еңеүсеһе билдәләнде.  Ишембай районы Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина аш-һыу бүлмәһенә кәрәкле френч-пресс отто.

Рузалия апай - беҙҙең күптәнге гәзит уҡыусыбыҙ. Үҙе лә шиғырҙар, йырҙар ижад иткән, сәхнәлә йырҙар башҡарған  замандашыбыҙ матбуғат менән дә дуҫ. Киләсәктә лә Ишәй һандуғасы менән дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен.

- “Башҡортостан” гәзите республикабыҙҙың төп баҫмаларҙың береһе. Шуға ла был гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ. Унда Башҡортостанда барған барлыҡ көнүҙәк яңылыҡтар яҡтыртыла. Махсус хәрби операцияға ҡағылышлы мәҡәләләр ҙә бик күп, мәҙәниәт, ижад донъяһы, райндарҙан хәбәрҙәр, аш-һыу бите – ғөмүмән, ҡыҙыҡһыныуыңа тап килгәнен уҡырға була. “Башҡортостан” гәзитендә тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡараған журналистар эшләй. Улар һәр ваҡыт юлда. Республикабыҙҙың төрлө райондарындағы халыҡтың тормошо менән таныштыра баралар. Уларға киләсәктә лә эштәрендә уңыштар теләйем. Яңы йыл һәр ғаиләгә именлек, бәхет алып килһен, – тине Рузалия Ниғмәтуллина.   

Хөрмәтле дуҫтар! Киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә  яҙылыу тамамланды. Бүләк отошона квитанцияларығыҙҙы 15 ғинуарға тиклем ҡабул итәбеҙ әле. Ә бына гәзитебеҙҙең электрон версияһына яҙылыу дауам итә.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллинаныҡы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас