"Башҡортостан" гәзите "Яҙыл һәм от!" акцияһы сиктәрендә 2025 йылдың тәүге яртыһына гәзиткә яҙылыусыларға һарыҡ вәғәҙә иткәйне. Бының өсөн баҫмабыҙға яҙылып, квитанцияны мөхәрририәткә ебәрергә кәрәк ине.
Ғинуарҙың икенсе яртыһында бүләктәрҙе отторҙоҡ. Төп бүләк - һарыҡ Ишембай районының Ишәй ауылында йәшәгән гәзиткә яҙылыусыбыҙ Нәфисә Радик ҡыҙы Латиповаға эләкте.
Бөгөн беҙ Ишембай районының Скворчиха ауылында һарыҡты яңы хужаһына тапшырҙыҡ. Нәфисә Латипова бүләкте атаһы Радик Мәхәмәт улы Хәмитов менән килеп алды.
- Был тәкәне көтәсәкбеҙ. Беҙ һыйыр, ат һәм һарыҡ тотабыҙ. Беҙҙең һарыҡтар бар, ә тәкә юҡ ине. Бик һәйбәт булды, - тип ҡыуанды 81 йәшлек Радик Мөхәмәт улы.
Һарыҡ тәкәһен бағыусыбыҙ - эшҡыуар Александр Зиновьевич Привалов бирҙе. Уның крәҫтиән (фермер) хужалығы Ишембай районының Скворчиха ауылында урынлашҡан. Шуға ла һарыҡты ошо ауылда урынлашҡан һарыҡ фермаһында тапшырҙыҡ. Сарала фермала эшләгән малсылар ҙа ҡатнашып, малҡайҙы тейәшеп ебәрҙе. Рәхмәт егеттәргә.
"Башҡортостан" гәзите эшҡыуар Александр Зиновьевич Приваловҡа милли матбуғатты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн рәхмәт белдерә.
Автор фотолары.