Гәзиткә яҙылыу
19 Февраль 2025, 17:25

Баҫма матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса алдынғыбыҙ

Был турала Рәсәй Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы Максут Шадаев президент янындағы кәңәшмәлә белдерҙе.

Баҫма матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса алдынғыбыҙБаҫма матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса алдынғыбыҙ
Баҫма матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса алдынғыбыҙ

Баҫма матбуғатҡа яҙылыусылар һаны буйынса алдынғыбыҙ

Был турала Рәсәй Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм киң коммуникациялар министрлығы башлығы Максут Шадаев президент янындағы кәңәшмәлә белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, лидерҙар иҫәбенә шулай уҡ Мәскәү, Краснодар крайы һәм Татарстан ингән. Әммә, министр билдәләүенсә, һуңғы биш йылда гәзит-журналға подписканың дөйөм күләме ике тапҡырға кәмегән: 2019 йылда 500 миллион дананан 2024 йылда 257 миллионға тиклем. Бының сәбәптәренең береһе булып һанлы инфраструктураның үҫеше һәм интернетҡа киң инеү мөмкинлеге тора, айырыуса ауыл ерендә. 2020 йылдан алып ваҡытлы матбуғат таратыуға тарифтар инфляциянан әкренерәк үҫә, сөнки уның социаль әһәмиәте ҙур. Президент ҡушыуы буйынса ”Рәсәй Почтаһы” социаль әһәмиәтле баҫмаларҙы таратыуға 25 процент ташлама бирә, ул һәр өсөнсө баҫмаға ҡағыла.

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан ғәҙәттәгесә Рәсәйҙең иң күп уҡыған төбәктәренең береһе булып һанала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның билдәләүенсә, кешеләрҙә баҫма һүҙгә ышаныс юғары булып ҡала.

Әлеге ваҡытта республикала дәүләт баҫмаларының дөйөм уртаса тиражы 207 мең дананан ашып китә, тип хәбәр итә "Башинформ".

“Әбйәлил”, “Инйәр”, “Баймаҡ хәбәрҙәре”, “Көйөргәҙе” һәм “Салауат” кеүек ҡайһы бер баҫмалар подписканың артыуын күрһәтә, ә республика киң мәғлүмәт саралары араһында – “Республика Башкортостан” гәзите.   Максим Ульчев был ҡыҙыҡһыныуҙы контенттың юғары сифаты һәм ышаныслылығы, шулай уҡ көнүҙәк темаларҙы, шул иҫәптән МХО ваҡиғаларын һәм республикалағы кешеләрҙең тормошон һүрәтләүсе журналистарҙың юғары эше менән аңлата.

Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың журналистарға ярҙам итеүен билдәләне. 2023 йылда төбәк етәксеһе “Ышаныслылыҡ. Яуаплылыҡ. Батырлыҡ” премияһын булдырҙы, шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләмен биш тапҡырға – 100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырҙы. Бынан тыш, төбәктә медиа тармағына ярҙам итеүҙең башҡа саралары ла эшләй.

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-02-19/bashkiriya-voshla-v-chislo-liderov-po-podpiske-na-pechatnye-smi-4127873

Фото: "Башинформ".

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас