Бөгөн, 19 февралдә, Өфөлә республиканың башҡорт һәм татар телдәрендәге киң мәғлүмәт саралары журналистарының ғәмәли семинары үтте. Сараны асып, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсҡәт улы Ғәзизов һәм "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиев сығыш яһаны. Семинарҙың пленар һәм ғәмәли өлөшө башланыр алдынан һөнәренең оҫтаһы булып танылған журналистарға агентлыҡтың һәм предприятиеның Маҡтау грамоталары тапшырылды. Улар араһында төрлө баҫмаларҙа эшләгән коллегаларыбыҙ Гөлнур Ҡыуатова, Нәркәс Хәлиуллина, Миләүшә Латипова, Рәмил Мансуров, Заһиҙә Мусина, Айнур Акилов, Рита Стеничкина бар ине. Шулай уҡ билдәле яҙыусы, Сибай ҡалаһында донъя күргән "Атайсал" гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовты күркәм юбилейы менән ҡотланылар.
Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә программалаусы Айгиз Ҡунафин заман технологияларын башҡорт журналистикаһында ҡулланыу алымдары тураһында һөйләне. Ул нейроселтәрҙең мөмкинлектәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле мәғлүмәт бирҙе.
– Әлбиттә, нейроселтәр журналисты тулыһынса алмаштыра алмай. Мәҫәлән, хәл-ваҡиғалаларҙы бөтә тулылығында һөйләп, ундағы мөхитте еткереү, баһа биреү һәләтенә эйә түгел, әммә ул күп йәһәттән һеҙҙең ҙур ярҙамсығыҙ була ала. Ул ҡайһы бер эштәрҙе, мәҫәлән, тәржемә, ябай ғына текстар яҙыуҙы шул тиклем тиҙ башҡарырға булыша. Һөҙөмтәлә һеҙ ваҡытығыҙҙы үҙегеҙгә ҡыҙыҡлы булған башҡа йүнәлештәргә бүлә алаһығыҙ, - тине сығыш яһаусы.
Вилена Мусабаева Телеграм һәм "Бәйләнештә" селтәрҙәрендәге канал һәм төркөмдәрҙе үҫтереү нескәлектәре менән таныштырҙы. Айнур Хәйбуллин “БашТәржемә” (“БашПеревод”) автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы менән яҡындан таныштырҙы. Уның ярҙамында теләге булған һәр кем, айырыуса предприятие һәм ойошмалар дөрөҫ эшләнгән, раҫланған тәржемә эшләтеп алыу мөмкинлегенә эйә.
“Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Луиза Кирәйева, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов милли баҫмаларҙың тел, стиль үҙенсәлектәре, уларҙа йыш осраған хаталар тураһында ентекле анализға ҡоролған сығыштар тәҡдим итте. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Алһыу Әһлиуллина менән “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков милли баҫмаларҙың сайттарын, социаль селтәрҙәге төркөмдәрен киңерәк танытыу, ҡыҙыҡлы контент булдырыу серҙәре менән уртаҡлашты.
Сара барышында бөгөн милли матбуғат баҫмаларын борсоған мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Журналистар һәм баш мөхәррирҙәр баҫмаларҙың тиражын һаҡлап ҡалыу, хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймау, гәзит-журналдарҙы таратыу эшен яйға һалыу тураһында ла фекер алышты.
Сатура МИНҺАЖЕТДИНОВА, Белорет районы “Урал” гәзитенең баш мөхәррире:
– Бындай ғәмәли семинарҙар беҙгә, айырыуса район гәзиттәре журналистарына, бик кәрәк. Бына бөгөн дә бик ҡыҙыҡлы сығыштар тыңланыҡ. Айырыуса нейроселтәрҙең мөмкинлектәре тураһындағы сығыш оҡшаны. Шулай уҡ гәзиттәрҙәге йыш осраған хаталарҙы күрһәтеү, мәҡәләләрҙе анализлау ҙа кәрәкле, тип һанайым. Элегерәк һәр гәзиткә айырым анализ яһала торғайны, бәлки, шул традицияны ла тергеҙергә кәрәктер.
Бөгөн район баҫмаһы журналисы иңенә бик күп бурыстар һалынған. Уҡымлы гәзит сығарыуҙан, сайтта, социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙән тыш, беҙ булдырған контентты урындағы рәсми органдар ҙа ҡуллана. Шуға күрә беҙҙән өлгөрлөк тә, грамоталылыҡ та талап ителә. Ошондай семинарҙар, берҙән, үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә, икенсенән, заман талаптарына ярашлы үҫешеүгә булышлыҡ итә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.