Гәзиткә яҙылыу
11 Март 2025, 16:30

Матур бүләктәрҙе кемдәр отто?

 - Отоштарҙа һәм лотереяла миңә бер ҡасан да бәхет йылмайғаны юҡ ине, һәм көтмәгәндә бына шундай яңылыҡ! 8 Март алдынан миңә ошондай файҙалы көнкүреш техникаһын тапшырыу яҡшы булды – ҡатыныма байрамға бүләк иттем, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Солтан Хәсәнов. Еңеүсе “Күгәрсен хәбәрҙәре” гәзитенә һөйләүенсә, уның ғаиләһендә гәзит- журнал, китап уҡырға бик яраталар.  

Матур бүләктәрҙе кемдәр отто?Матур бүләктәрҙе кемдәр отто?
Матур бүләктәрҙе кемдәр отто?

Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Солтан Хәсәнов “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто уҙған йылдың декабрендә иғлан иткәй ”Яңы йыл” марафоны республика акцияһында еңеп, матур бүләккә эйә булды.

Райондың “Мораҙым” гәзитенә яҙылыу ветеран өсөн бик уңышлы була.  Акция шарттарына ярашлы, ул квитанцияһын отошта ҡатнашырға ебәрә һәм робот-саңһурҙырғысҡа лайыҡ була.

 - Отоштарҙа һәм лотереяла миңә бер ҡасан да бәхет йылмайғаны юҡ ине, һәм көтмәгәндә бына шундай яңылыҡ! 8 Март алдынан миңә ошондай файҙалы көнкүреш техникаһын тапшырыу яҡшы булды – ҡатыныма байрамға бүләк иттем, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Солтан Хәсәнов. Еңеүсе “Күгәрсен хәбәрҙәре” гәзитенә һөйләүенсә, уның ғаиләһендә гәзит- журнал, китап уҡырға бик яраталар.  

  – Ата-әсәйем һәр ваҡыт төрлө республика һәм район баҫмаларына яҙыла ине, хәҙер үҙем дә  шуны ғәҙәт иткәнмен. 1977 йылдан «Сельская жизнь», «Труд», «Человек һәм закон», «Кызыл таң», «Башҡортостан», район гәзитенә яҙылам һәм уҡыйым. Матбуғат мәғлүмәттең иң ышаныслы һәм хаҡ сығанағы тип иҫәпләйем, ә хәҙерге ваҡытта был үтә лә мөһим, - ти ул. Солтан Хәсәнов оҙаҡ йылдар һалым органдарында эшләй, хәҙер хаҡлы ялда, әммә әүҙем тормош алып барыуын дауам итә. Ул 12 йыл инде Яҡшымбәт ауылы мәсетенең имам-хатибы булып тора, халыҡ араһында мәғрифәтселек эше алып бара, кешеләргә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итә.

 “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите тағы бер  уңышҡа эйә булған кеше тураһында хәбәр итә. Хәйбулла районының Воздвиженка ауылынан Зөлфиә Васильченко, «Яҙылығыҙ һәм еңегеҙ» республика акцияһында ҡатнашып, телевизор отҡан. Зөлфиә Марат ҡыҙы әйтеүенсә, район гәзитен 1986 йылдан алдыра һәм артабан да алдырасаҡ. Был йылдар эсендә баҫма ғаилә ағзаһына әйләнгән тиһәң дә була: балалар гәзиттән хәрефтәрҙе ҡушып уҡырға өйрәнә, шулай уҡ район яңылыҡтары менән  дә ҡыҙыҡһына.

-Яҡташтарым хаҡында уҡыу һәр саҡ ҡыҙыҡ, гәзиттә йыш ҡына таныш кешеләрҙе күрәм, - ти тоғро уҡыусы.

 “Яҙылығыҙ һәм еңегеҙ” акцияһы еңеүселәре араһында Өфөнән Рима Рамазанова ла бар, уға ла бүләккә робот-саң һурҙырғыс эләккән. Ул ике баҫмаға — “Республика Башкортостан” һәм “Уфимские нивы” гәзиттәренә яҙылған.  

 – “Республика Башкортостан” Башҡортостандағы тормоштоң бар яҡтарын да яҡтырта: иҡтисад, халыҡтар һәм уларҙың мәҙәниәте, спорт, мәҙәни саралар, ҡалаларыбыҙҙың һәм ауылдарыбыҙҙың йөҙө нисек үҙгәреүен... Мин тәбиғәт, беҙҙең яҡтың матурлығы, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған намыҫлы кешеләр тураһында уҡырға яратам. Журналистарға һәм һәр һанды сығарыусыларға рәхмәт, — ти ҡатын.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында приздар уйнатыу (розыгрыш призов)  18 февралдә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа үтте.

Әлеге ваҡытта республикала «Изге подписка» («Добрая подписка») хәйриә акцияһы бара. Уның сиктәрендә теләгән һәр кем яратҡан баҫмаһын МХО-ла ҡатнашыусы ғаиләһенә, ветеранға йәки башҡаларға яҙҙыртып, бүләк итә ала.

Фото: «Күгәрсен хәбәрҙәре» һәм «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзиттәре; Ринат Рәжәпов.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-03-11/zhiteli-bashkirii-vypisyvayut-gazety-i-vyigryvayut-horoshie-prizy-4152731

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас