

Ишембай районының Юғары Этҡол урта мәктәбе хеҙмәт ҡаҙаныштары менән генә түгел, матбуғат менән дуҫлыҡта ла өлгө күрһәтә. Уҡытыусыларҙың барыһы ла әле киләһе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйған. Этҡолдарға – афарин!
Был мәктәп районда ғына түгел республика кимәлендә алдынғылар рәтендә һанала. Бер быуатҡа яҡын тарихлы мәктәп тупһаһы аша, меңәрләгән ҡыҙ, малай атлап үтеп, ҙур тормошҡа юл алған . Улар махсус, юғары белем алып ,билдәле шәхестәр булып илебеҙҙең төрлө тарафтарында, төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәт итә.
1993 йылдан алып уҡыу йортона Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре Дамир Сәхиулла улы Баһауетдинов етәкселек итә. Эште дөрөҫ ойоштороп, отошло алымдар табып, тейешле йүнәлештәр һайлап, мәктәп киләсәге өсөн бар көсөн һалып эшләй ул.Матди -техник базаһы нығытылған, бүлмәләр заманса йыһазландырылған, зауыҡ менән биҙәлгән уҡыу йортонда бөтәһе 14 уҡытыусы эшләй. Уларҙың барыһы ла тәжрибәле, юғары белемле белгестәр. 12 укытыусы юғары категорияға, 2 уҡытыусы 1 се категорияға эйә . Һәр уҡытыусы дәрестәренә яңы алымдарҙы эш төрҙәрен индереп, традицияларҙы һаҡлап уҡыусыларҙа белемгә ҡыҙыҡһындырыу арттыра. Улар: Зилә Баһауетдинова, Рәсимә Гайнетдинова, Зифа Ғәрифуллина, Зилә Исламғолова, Нурия Әбүбәкирова, Мәҙинә Латыпова, Рәшит Абдрахманов, Наилә Абдрахманова, Зәмирә Иҙрисова, Айһылыу Бибакова , Әмир Арыҫланбаев, Светлана Ихсанова, Айтуған Ғәлиәскәров. Улар араһында өс укытыусы "Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы ", өсәүһе – Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре. Шулай уҡ төрлө конкурстарҙа, форумдарҙа, семинарҙарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәләр. Байтаҡ миҫалдар килтерергә мөкин. Биология, химия уҡытыусыһы Зилә Баһауетдинова йыл һайын укыусылары менән төрлө конкурстарҙа, фәнни ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, республика кимәлендә юғары баһаға эйә булалар. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәсимә Ғәйнетдинованың уҡыусылары ла район-ҡала, республика бәйгеләрендә призлы урындар яулап һөйөндөрәләр. Этҡол уҡыусылары дәүләт имтихандарын тапшырғанда ла һынатмай. Көслө уҡытыусыларҙың уҡыусылары ла лайыҡлы.
2028 йылда үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылаясаҡ мәктәпкә яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
Фото: мәктәп администрацияһынан.