

Республикабыҙҙа “Башҡортостан” гәзитенә 2025 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы дауам итә. Әйтергә кәрәк, “Изге подписка” хәйриә акцияһы матбуғатҡа яҙылыу эшен бер аҙ йәнләндереп ебәрҙе.
Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Рәфис улы Шәйхисламов та был мөһим эштән ситтә ҡалманы, заман йылъяҙмаһын булдырыусы, йәмғиәтте туплауға ҙур өлөш индереүсе республикабыҙ баҫмаһын алдырыу һәм таратыу эшенән тыш, Үрге Тәтешлелә йәшәгән, улы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған әсәгә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы. Баҫма Кифая Сәрүәр ҡыҙы Солтанованың өйөнә шишәмбе һәм йома көндәрендә киләсәк.
“Изге подписка” акцияһына ҡушылыусы матбуғат дуҫтарының барыһына ла ҙур рәхмәт! Рух күтәренкелеге, һаулыҡ һәм өмөттәрегеҙҙең аҡланыуын теләйбеҙ. Ә “Башҡортостан” гәзите һәр ваҡыттағыса республикабыҙ хаҡына яңы еңеүҙәргә әйҙәйәсәк көс булыр. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!
Гөлзада Харисова фотоһы.