

Китап байрамында килгән ҡунаҡтар төрлө матбуғат баҫмалырына яҙылып бүләк отоу мөмкинлегенә лә эйә булды. Ҡайһылар үҙҙәренә генә түгел туғандарына ла яҙылып яҡындарын шатландырҙы.
Ишембайҙың билдәле шәхестәре: республикабыҙҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Гөлнара Кирәева һәм Башҡортостандың Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәев тә бөгөн яҡташтарына гәзиткә яҙҙырып бүләк итте. Уларҙың изге ғәмәле менән Биксән ауылында йәшәүсе ветеран уҡытыусылар – Шәрифә һәм Әнүәр Ниғмәтуллиндар, Земфира һәм Рәүеф Ғибаҙуллиндар ғаиләләренә алдағы ярты йыллыҡта “Башҡоростан” гәзите киләсәк.
Әйткәндәй, быға тиклем дә Кирәевтәр ике кешене “Башҡортостан”лы иткәйне. Уларҙың изге ниәте менән барлығы дүрт йортҡа гәзитебеҙ барып етәсәк.
-Гәзитте тотоп уҡыуҙың, беренсенән, тәме башҡаса булһа, икенсенән, ҡағыҙҙағы мәғлүмәтте ташҡа баҫылған һымаҡ ышанып ҡабул итәбеҙ, - тине Кирәевтәр.
Автор фотоһы.