Гәзиткә яҙылыу
1 Июнь 2025, 05:10

Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!

Гәзит уҡыусыбыҙҙың хәлдәрен белдек.

Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!
Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!

Әлеге ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында Ишембай районы Ишәй аулынан Рузалия Ниғмәтуллина бүләк отошта френч-пресс отҡайны. Юл төшмәй тороп оҙаҡ ҡына бүләгебеҙҙе тапшыра алмағайныҡ. Ниһайәт, Рузалия апай менән күрешеү форсаты тейҙе.

Рузалия Ниғмәтуллина һаман да ижад донъяһында ҡайнап йәшәй. Күптән түгел уның “Тәңрем  бүләге – яҙмыш” тигән китабы донъя күргән. Бында ижадсыбыҙҙың һуңғы осор яҙылған шиғырҙары тупланған.

Киләсәктә лә замандашыбыҙҙың ижады һүрелмәһен, “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнеш тә өҙөлмәһен.

Автор фотоһы.

 

Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!
Ишәйҙә бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас