Гәзиткә яҙылыу
2 Июнь 2025, 08:00

Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!

Китап байрамында матбуғатҡа яҙылыу майҙансығы гөрләп торҙо.  

Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!
Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!

Китап байрамының өс көнөндә лә төрлө майҙансыҡтағы осрашыуҙар менән бер рәттән, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа йәнле барҙы. Байрамдың һуңғы көнөндә лә “Рәсәй почтаһы” хеҙмәткәрҙәре эргәһенән кеше өҙөлмәне.

“Белая река” нәшриәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Йыһаншин, “Изге подписка” йолаһын дауам итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙең әсәһе - Бишбүләк районында йәшәүсе Гүзәлиә Хисаметдиноваға киләһе ярты йыллыҡҡа “Башҡортостан –Йома”ны бүләк итте.

– Гәзиттәрҙең әһәмиәте тормошобоҙҙа бик ҙур. Унда төрлө өлкәнән яңылыҡтар менән танышып барырға мөмкин. Бөгөн яугир әсәһенә гәзиткә яҙҙырыуым йөрәк ҡушыуы буйынса булды. Бүләгемде шатланып ҡабул итһен, – тине ул.

Яҡындарына, туғандарына яҙылыусылар ҙа күп булды. Өфө ҡалаһынан Шәүрә Ярмуллина Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе Әнүзә апаһына “Башҡортостан Йома” бүләк итте.  

–Элек бала саҡта почта килгәнен көтөп ала торғайныҡ. Бер ҡосаҡ гәзит-журналдар килә ине. Ниндәйе генә юҡ! Әсәй менән атай гәзиттәрҙе уҡый, беҙ - балалар журналдарҙы ҡарайбыҙ. Әсәйебеҙгә бер аҙ почтальон да булып эшләргә тура килде. Шунда уға ярҙам итеү беҙгә ҙур бәхет ине, сөнки ауылға килгән бөтә гәзит-журнал беҙҙең ҡулда  булды. Шуларҙы тиҙ  генә урам буйлап таратып сыға торғайныҡ. Әле шул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алам. Апайымды ла һөйөндөрәһем килеп, бөгөн уға гәзит яҙҙырҙым, - тине Шәүрә Ярмуллина.

Шулай уҡ Өфөнән Сәлимә Йәнтүринаның изге ниәте менән Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәүсе ата-әсәһе Рәсилә һәм Иштимер Зәйнәшевтәр “Башҡортостан Йома”ны алдырасаҡ.

Сәлимә лә йорттарына күпләп матбуғат баҫмалары килгән мәлдәрҙе һағынып иҫкә төшөрҙө.

–“Башҡортостан” гәзитен ата-әсәйем элек тә алдыра торғайны.  Әле лә аҙна һайын “Башҡортостан Йома”ны  ҡулдарына алып, иҫән-һау шатланып уҡырға яҙһын ғәзиздәремә,– тине Сәлимә.

Китап байрамын күрергә тип Грециянан ҡайтып төшкән Әҙилә Ибраһимова  Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында йәшәүсе өләсәһе Мәрфүға Шәйхетдиноваға “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырҙы.

– Өләсәйем ошо гәзитте яратып уҡый. Уны һөйөндөргөм килде, - тине ул.

Байтаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәһә лә, туған телен онотмауы, милли матбуғатҡа ихтирамлы мөнәсәбәте менән һоҡландырҙы Әҙилә. 

Беҙҙең гәзитебеҙгә яҙылыусы барлыҡ милләттәштәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ.

Автор фотолары.  

 

Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!
Туғандарына ла, яугир әсәйҙәренә лә гәзит яҙҙырҙылар, афарин!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас