Гәзиткә яҙылыу
10 Июнь 2025, 16:15

Рәсәйҙең иң яҡшы почтальоны – беҙҙә!

Зилә Романова өсөн нимә мөһим?

Рәсәйҙең иң яҡшы почтальоны – беҙҙә!Рәсәйҙең иң яҡшы почтальоны – беҙҙә!
Рәсәйҙең иң яҡшы почтальоны – беҙҙә!

“Берҙәм Рәсәй”партияһы, Рәсәй почтаһы, Рәсәйҙең ауыл йәштәре берлеге ойошторған “Ауыл почтальоны-2025” Бөтә Рәсәй конкурсының финалы Мәскәүҙә “Рәсәй” милли үҙәгендә үтте.

Был сара 70-тән ашыу почта хеҙмәткәрҙәрен тупланы. Унда илдең төрлө төбәктәренән - Калининград өлкәһенән алып Приморье крайына тиклем конкурсанттар ҡатнашты. Һайлап алыу этабын үткәндәр финалда һөнәри оҫталығын, эшкә ижади ҡарашын күрһәтте.

“Рәсәйҙең иң яҡшы ауыл почтальоны-2025” исеменә һәм 250 мең һум күләмендә аҡсалата призға Башҡортостандан Зилә Романова лайыҡ булды. Тиҫтә йыл ул Ғафури районының Родина ауылында почтальон булып эшләй. Зилә белдереүенсә, бары тик эргә-тирәһендәге кешеләр мөһим, ҡәҙерле булғанда ғына яҡшы почтальон булырға мөмкин. Уның өсөн эштә иң мөһиме – ауылдаштары менән аралашыу, улар тураһында хәстәрлек күреү.

“Ауыл почтальоны” конкурсы тәүге тапҡыр уҙғарыла.

Сығанаҡ: “Республика Башҡортостан” гәзите сайтынан.

Фото: ”Рәсәй почтаһы” йәмғиәтенең  Башҡортостандағы федераль почта идаралығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас