Гәзиткә яҙылыу
14 Июль 2025, 15:00

Гөлзада апай сәс ҡырҡҡыслы булды!

Бүләктәребеҙ “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусыларға!

Гөлзада апай сәс ҡырҡҡыслы булды!Гөлзада апай сәс ҡырҡҡыслы булды!
Гөлзада апай сәс ҡырҡҡыслы булды!

“Башҡортостан” ға яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороуыбыҙ тураһында хәбәр иткәйнек инде. Уларҙың береһе – сәс ҡырҡҡыс,  Ишембай районының Этҡол ауылынан Гөлзада Ниғмәтуллинаға юлланды. “Башҡортостан” гәзитен улар 20 йылдан ашыу алдыра.Ҡәйнәһе почтальон булып эшләгәндә айырыуса күп баҫмаларға яҙылғандар.

Гөлзада апай 30 йылға яҡын балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт иткән, хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡалала эшләүен дауам итә. Тормош иптәше - 33 йыл мәктәп ҡаҙанлығында оператор.

– Электән гәзит уҡырға яратабыҙ. Гәзит килеү менән һәр ҡайһыбыҙ беренсе булып эләктерергә тырыша. Тормош иптәшем менән биш бала үҫтерҙек, улар бәләкәй саҡта балалар өсөн гәзит-журналды ла күп алдырҙыҡ. Күп яҙылһаҡ та, бүләк оттороуға квитанция ебәргән юҡ ине. Лотереяға ла отмағас, уға ышанмай ҙа инек. Әле “Башҡортостан”дан бүләк алып  бик һөйөндөк, тәүҙә аптырап киттек. Әҙәби китаптар уҡырға яратҡас, үҙем иң элек “Башҡортостан”да хикәйәләр битен уҡып сығам.  Аҙаҡ башҡаларына күсәм, – тине бүләк өсөн рәхмәтен белдереп Гөлзада апай.

Бүләкле лә, гәзитле лә булған Ниғмәтуллиндар йортонан киләсәктә “Башҡортостан” өҙөлмәһен.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.

Фото: Гөлзада Ниғмәтуллинаныҡы.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас