Гәзиткә яҙылыу
25 Июль 2025, 04:00

Төп призыбыҙҙы тапшырҙыҡ!

Зөлфирә апай ит үткәргесле булды!

Төп призыбыҙҙы тапшырҙыҡ!Төп призыбыҙҙы тапшырҙыҡ!
Төп призыбыҙҙы тапшырҙыҡ!

“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында   квитанцияларҙы уйнатыу һөҙөмтәһендә бүләктәребеҙ республикабыҙҙың төрлө райондарына тарала.

Бөгөн төп призыбыҙ – ит үткәргесте Өфө ҡалаһынан Зөлфирә Заһитоваға тапшырҙыҡ. “Быға тиклем бер нәмә отҡан булмағас, тәүҙә ышанмай ҙа торҙоҡ”, - ти бүләк хужаһы.

-“Башҡортостан” гәзитен күптәндән алдырабыҙ. Был юлы ла тормош иптәшем адан уҡ яҙҙыртып ҡуйҙы. Гәзит килеү менән иң һуңғы битенән уҡый башлайым. Бер битен дә ҡалдырмайым.  Күп яңылыҡтар яҙыла. Айырым кешеләр тураһындағы мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡлы. Махсус-хәрби операциялағы ир-егеттәр тураһында  тыныс ҡына уҡып булмай, тиҙерәк донъяларҙың тынысланыуын теләп ултырабыҙ. Үҙемдең тыуған яғым Йылайырҙан яҡташтарым тураһында яҙһалар, айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡып сығам. Бүләк отошҡа элек тә квитанцияны биргән бар ине, бүләк кенә отҡан булманы. Шуға ла был юлы көтмәнек. Бүләк отоуым тураһында хәбәрҙе гәзиттең “Бәйләнештә” төркөмө аша иң беренсе булып үҙем ишеттем. Отормон, тигән уй ҙа кермәй. Йәшәгән адресымды әйткәс кенә аңлап алдым. Бик шатландым, бүләк оҡшаны, – тине Зөлфирә Байморат ҡыҙы.

Тыуған ауылынан сығып киткәненә 50 йыл Зөлфирә апайҙың. 1975 йылда Өфөгә килеп урынлашһа, шул ваҡытта баш ҡалала төпләнеп ғүмер итә. 60 йәшенә тиклем эшләй, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Үҙе хаҡында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ.

Һөйләшеүгә бик асыҡ, ихлас күңелле апай булып сыҡты Зөлфирә ханым. Уның бик матур, көслө рухлы  өләсәй булыуы тураһында белдек. Ике ейәненә яҡшы тәрбиә биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырып килә ул. Уға сәләмәтлек теләйбеҙ. “Башҡортостан” гәзите менән бәйләнеш киләсәктә лә өҙөлмәһен.

 Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас