“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында квитанциялар уйнатыуҙа ҡатнашҡан Бөрйән ир-уҙаманына – Рифҡәт Ғиззәтуллинға тостер сыҡҡайны. Бөгөн уға бүләк барып еткән.
“Башҡортостан”ды даими алдырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Унан тыш өҫтәлебеҙҙә – һәр ваҡыт район гәзите “Таң”, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы. Баҫма гәзит-журнал уҡыу бала саҡтан ғәҙәткә һеңгән. Тыштағы эштән арып инеп, ял иткәндә, ҡулыңа тотоп гәзит уҡыуға ни етә! Һеҙҙең баҫманы уҡып күп мәғлүмәт алырға була. Үҙемә бигерәк тә “Иман”, “Илһөйәр” биттәре оҡшай. МХО-лағы егеттәребеҙҙең батырлыҡтары, уй-кисерештәре, тыуған илебеҙгә тоғролоҡтары тураһында тыныс ҡына уҡып та булмай. Үҙебеҙҙең дә иң өлкән улыбыҙ әлеге мәлдә махсус хәрби операция биләмәһендә. Күптән хәбәре юҡ, шуға хафаланып торабыҙ... Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, барыһының да иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтыуҙарын теләп, доғалар ҡылабыҙ. Бүләк өсөн ҙур рәхмәт! Шатланып ҡулланырбыҙ, Аллаһ бирһә!” - тип яҙып ебәрҙе ул беҙгә.