Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында традицион приздар уйнатыуҙа еңеүселәр иғлан ителде. Ҡатнашыу өсөн “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ике баҫмаһына бер йылға йәки ярты йылға яҙылып, квитанцияларын акцияны ойоштороусыларға ебәрергә кәрәк ине. Конкурста гәзиттәрҙең электрон версияларына яҙылыусылар ҙа ҡатнаша алды. Һөҙөмтәлә конкурсҡа 650-нән ашыу кешенән квитанциялар ҡабул ителде. Бүләктәр шәп ине - “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто конкурста мотоблок, туңдырғыс ларь, телевизор, робот-саң һурҙырғыс, ноутбук уйнатты.
Ноутбук “Мораҙым” һәм "Ейәнсура таңдары” гәзиттәренә яҙылған Ейәнсура районынан Ш.Буранғоловаға эләкте.
Мотоблокты Учалы районынан М.Ғиззәтуллин “Йәшлек” һәм “Яйыҡ” гәзиттәренә яҙылған өсөн алды.
Телевизорҙы “Шоңҡар” журналына һәм “Һаҡмар” гәзитенә яҙылған Баймаҡ районынан Р.Латипов отто.
Туңдырғыс “Башҡортостан” гәзитенә һәм “Һәнәк” журналына яҙылған Йылайыр районынан Р.Ҡашҡароваға сыҡты.
Робот-саң һурҙырғыс “Рампа” журналына һәм “Дуванский вестник” гәзитенә яҙылған Дыуан районынан М.Мотаһироваға яҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2026-ның тәүге ярты йыллығына гәзит-журналға яҙылыу кампанияһы башлана.
Яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылығыҙ һәм акцияларҙа, отош уйындарында ҡатнашығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта https://rbsmi.ru/ .
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!