Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Сентябрь 2025, 20:25

Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды

"Башҡортостан" гәзитенә Бөтә Рәсәй инвестһабантуй майҙанында тәүгеләрҙән булып Сибай ҡалаһындағы “Башмаркет” магазиндары селтәре хужабикәһе, эшҡыуар Зифа Нәдип ҡыҙы Яҡупова яҙылды. Уның ҡулы ҡотло булды. "Изгелек подпискаһы" акцияһын Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Юлия Владимировна Краснова башлап ебәрҙе. Ул МХО-ла улдары һәләк булған ғаиләгә гәзиткә яҙылып, бүләк эшләне.

Сибай ҡалаһынан эшҡыуар Әхәт Әхмәт улы Аҫылбаев беҙҙе күреүгә шатланды. "Һеҙҙең редакцияла туғаным Самат Ғәлин эшләгәйне. Баҫмағыҙға яҙылайым!"- тип эшебеҙҙә уңыштар теләне. Марк Наил улы Ғәзизов МХО яугире ғаиләһенә бүләк итеп "Башҡортостан"ға яҙҙырҙы. Башҡортостан Републикаһы Башлығы матбуғат хеҙмәтендә эшләүсе Альбина Вәлиева ла "Изгелек подпискаһы"на ихлас ҡушылды. Ул да МХО яугире ғаиләһенә беҙҙең гәзиткә ярты йылға яҙылыу бүләк итте. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса йәштәр министры Тимур Багдасаров та акцияға ихлас ҡушылды.

Адвокат, Рәсәй юристар ассоциацияһының Сибай бүлексәһе рәйесе Айнур Бохарбаев беҙҙең баҫманы яратып уҡыуын белдерҙе һәм 2026 йылға уға яҙылыуҙы оҙайтты. Эшҡыуар Гөлназ Юнысбаева әсәһенә тип гәзитебеҙгә яҙылды.  Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та тәүгеләрҙән булып беҙҙең "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортонда сыҡҡан баҫмаларға яҙылды һәм барыһын да был изге эштә әүҙемерәк булырға саҡырҙы.

Инвестһабантуйҙа акцияға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов МХО яугирҙәре ғаиләләрендәге балалар өсөн 50 дана “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙҙырҙы. Сит илдән килгән ҡунаҡтар ҙа балаларға бүләк эшләүҙе хуп күрҙе.

"Изгелек подписка"һы  акцияһында ҡатнашыу 6 сентябрҙә Баймаҡ районындағы Граф күле буйында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә лә мөмкин буласаҡ. Һәр яҙылыусыбыҙҙы диҡҡәт менән тыңлап, үҙ эшен теүәл башҡарған Сибай почта бүлексәһе начальнигы Наилә Байдәүләтоваға, ихлас  ярҙамы өсөн Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Раүилә Хәсәноваға, "Башҡортостан Респубикаһы" нәшриәт йортоноң матбуғатҡа яҙҙырыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре Айнар Байбулатов һәм Клара Әхиәроваға  сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һөҙөмтәлә бер көн эсендә Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында баҫмаларыбыҙ 100-гә яҡын данаға артты.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Автор фотолары.

Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Инвестһабантуй ҡунаҡтары шәфҡәтлелек акцияһына ҡушылды
Автор: Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас