Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы – өс бала әсәһе. Өс ҡыҙы ла ҡалаға китеп төпләнгән. Ире мәрхүм булып ҡалған. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, китапханасы булып эшләп йөрөй.
“Һыйыр көтмәйем, әммә ҡырҙа йылҡыларыбыҙ бар, һуғым һуйһаҡ, ҡайҙа һалырға тип ҡайғыраһы түгел хәҙер. Ә гәзит-журналдарға килгәндә, өҙөлмәй яҙылырмын. Матбуғатһыҙ донъя һанһыҙ бит ул”, – тине ул, ауылдаштарын гәзит-журналдар алдырырға саҡырып.
Яманһаҙ – яҙыусы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева йәшәп ижад иткән ауыл. Ауылдан бик күп егеттәр әле МХО-ла. Ирекмәндәр көн дә мәҙәниәт һәм ял йортона маскировкалау селтәрҙәре үрергә йөрөй, гуманитар ылыу йыя. Был эштәрҙең башында ойоштороусы Фәрзәнә Йомағужина тора. Гөлназ Байбаҡтина, Рәзинә Байғужина, Лилиә Нурынбаева, Ғәйшә Аҡҡужина, Рабиға Таһирова, Гөлйемеш Иҫәндәүләтова, Сәлимә Моратова, Миңлегөл Йәйләүева, Рәйсә Әбделғафарова, Рәйсә Хәйризаманова, Венера Сыуашева, Рәйсә Ҡашҡарова, Гүзәл Моталлапова, Наталья Ивлева, Зөлфирә Ҡудашева, Айһылыу Вәлишина яугирҙәребеҙҙең ғүмерен һаҡлаусы, уларға бик кәрәкле селтәрҙәрҙе үрергә ихлас йөрөй.
“Башҡортостан” гәзите менән осрашыуға тип тап ошо әүҙем апай-һеңлеләр, яҡын-тирәләге ауыл советтары рәйестәре, район китапханасылары, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары килгәйне. Йылайырҙың үҙешмәкәр композиторы Дамир Солтановтың, “Ауыл уттары” район гәзите мөхәррире Зөбәржәт Һиҙиәтованың, Яманһаҙ мәктәбе директоры Айһылыу Вәлишинаның, ауыл почтальоны Ғәйшә Аҡҡужинаның, Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллинаның сығыштары уйланырға мәжбүр итте, ошондай йылы осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине, тип таралышты улар.
Автор фотолары.