Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
6 Октябрь 2025, 18:15

Гәзит һәм журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡал!

1 – 11 октябрҙә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте менән берлектә традицион акция – ташламалар декадаһы үткәрә.

Гәзит һәм журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡал!
Гәзит һәм журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡал!

Башҡортостанда 2026 йылдың 1-се ярты йыллығына ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. Актив яҙылыусыларҙы файҙалы бонус көтә. 1 – 11 октябрҙә “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Рәсәй почтаһы” акционерҙар йәмғиәте менән берлектә традицион акция – ташламалар декадаһы үткәрә. Был осорҙа республика баҫмаларына һәм яратҡан район гәзиттәренә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Баҫмаларға сайтта – podpiska.pochta.ru, шулай уҡ Рәсәй почтаһының мобиль ҡушымтаһында, бөтә почта бүлексәләрендә һәм почтальондарҙа яҙыла алаһығыҙ.

Бынан тыш, беҙҙең яҙылыусылар конкурс бүләктәрен уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн ике баҫмаға яҙылырға һәм адресты, бәйләнеш телефонын һәм квитанцияны күрһәтеп, ирекле формала ҡатнашыуға ғариза ебәрергә кәрәк:

450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, “Башҡортостан Республикаһы” мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәте, 212-се бүлмәгә “Яҙыл һәм от” (“Подпишись и выиграй”) билдәһе менән йәки электрон адресҡа podpiska@rbsmi.ru.

Квитанциялар 2026 йылдың 15 ғинуарына тиклем ҡабул ителә.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас