Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
7 Октябрь 2025, 17:45

Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш

Был хәйриә акцияһында билдәле шәхестәр, ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға, ата-әсәһенә, туғандарына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылды.

Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш

Бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто алдында Матбуғатҡа яҙылыу көнө үтте. Сара бина алдындағы Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Йыйылыусыларҙы ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов сығыш һәм был көндө һөнәри байрам тип атаны,шулай уҡ журналистар төҙөгән контент йөкмәткеһенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина билдәләүенсә, бөгөн төбәктә алты телдә 145 киң мәғлүмәт сараһы нәшер ителә һәм Башҡортостан (Татарстан менән бергә) Мәскәү һәм Краснодар крайынан ҡала өс алдынғылар иҫәбендә килә.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Шамил Вәлиев сығышында Өфөләге Ленин паркын реконструкциялағандан һуң Шәһит Хоҙайбирҙиндың ҡәберенә сәскәләр һалыу йолаһын тергеҙеү кәрәклеге хаҡында әйттеп үтте.

Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов БР Журналистар союзының яңы ағзаларына танытмалар, бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Почет грамоталары тапшырҙы.

Артабан гәзит-журналдар ойошторған күргәҙмәләр менән танышты,  редакциялар хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, үҙҙәренең яратҡан баҫмаларына яҙылды.

Сарала “Изге подписка”акцияһы ла ойошторолдо. Был хәйриә акцияһында билдәле шәхестәр, ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға, ата-әсәһенә, туғандарына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылды.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк бүлексәһе етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ла акцияла ҡатнашып, “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәренә, шулай уҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 10 дана яҙылды.

– Беҙ матбуғат баҫмалар үткәргән бөтә сараларға һәм акцияларға даими ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә ойоштороусылар, ҡайһы берҙә бағыусылар булып сығыш яһайбыҙ. Шулай уҡ гәзит һәм журналдар редколлегияһы ағзалары булып торабыҙ, баҫмаларыбыҙға яҙылабыҙ.

Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙҙың ғаиләләре, геройҙарыбыҙ тураһында матбуғат аша һөйләйбеҙ. Улар бөгөн Тыуған илен яҡлап, алғы һыҙыҡта тора, ә тыныс тормошҡа ҡайтҡандар үҙ бурысын бында үтәүен дауам итә.

Йәш быуынды баҫмаларыбыҙға яҙылырға саҡырам. Беренсенән, был беҙҙең милли киң мәғлүмәт сараларына ярҙам. Икенсенән, был бик мөһим – гәзиттәрҙең, баҫмаларҙың еҫен тойоу. Өйҙә, ғаиләлә уҡығанда, балалар өсөн дә был бик мөһим, был патриотты тәрбиәләүҙең бер өлөшө. Беҙ үҙ йолаларыбыҙҙы, ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауыбыҙ менән көслө, матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш! – тип белдерҙе Гөлнур Ҡолһарина.

Республиканың популяр йырсыларының, “Ауаз” фольклор төркөмөнөң сығыштарын ҡараны, үҙҙәре лә ҡушылып йырланы-бейене, матбуғат баҫмаларына яҙылып, шәп бүләктәр отошонда ҡатнашты.

Александр Данилов, Юлай Кәримов, Рәмилә Мусина фотолары.                       

 

Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Матбуғат баҫмаларыбыҙ йәшәргә тейеш
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас