“Башҡортостан” гәзите тормошонда әүҙем ҡатнашҡан милләттәштәребеҙ бар. Уларҙың береһе – Флүзә Әхмәтйәнова. Ул, социаль селтәрҙә ойошторған ике конкурсыбыҙҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә өлгәште. Былтыр “Башҡортостан” гәзите Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы үткәргән “Иң яҡшы ойоштороусы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында өсөнсө урын яуланы. Быйыл иһә “Китап байрамы” III халыҡ-ара китап йәрминкәһе уңайынан “Башҡортостан” гәзите редакцияһы ойошторған китапханасылар араһында “Рухиәт һаҡсыһы” интернет-конкурсында беренсе урын яуланы.
Бөрйән районына командировкаға барғанда, беҙ уға еңеүсе дипломын һәм бүләк тапшырҙыҡ. “Конкурс оҡшай. Унда ҡатнашып, хәҙер бөтәһе лә танып бөттө”, – тип йылмайып ҡаршы алды ул беҙҙе.
Флүзә Батыр ҡыҙы 1969 йылда Бөрйән районының Исламбай ауылында тыуып үҫкән. Исламбайҙа – башланғыс, Аҫҡарҙа урта мәктәпте тамамлағас, 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Йәш ҡыҙ, шундай абруйлы уҡыу йорто студенты булып китеүенә ҡарамаҫтан, Өфөнө оҡшатмай, “Ҡала минең өсөн түгел”, – тип сентябрҙә үк ҡайтып та китә.
Ауылда һауынсы булып эшкә урынлаша. Ике йылдан һуң ауылдашы Таһир Шәрифулла улы Әхмәтйәновҡа кейәүгә сыға. Йәштәр тәүге көндән үк матур итеп йәшәп китә, дүрт балаға ғүмер бүләк итә.
– 2005 йылда беҙҙең клуб хеҙмәткәре бала ҡарау ялына киткәс, уның урынына эшкә сыҡтым. Клубҡа килгәс, китапханаға индем, ә унда китаптар шул тиклем күп! Бала саҡтан уҡырға яраттым. Аҫҡарҙа интернатта уҡығанда ла көн-төн китаптан айырылманым. 2005 йылда китапханасылар колледжына уҡырға индем. 2008 йылда Ғәфиә Мансур ҡыҙы Хәйбуллина хаҡлы ялға сыҡҡас, уның урынына килдем. Һөнәремде ныҡ яратам, рәхәтләнеп эшләйем. Тиҙҙән хаҡлы ялға сығырға ваҡыт етә, әммә дәртем бар, шуға ла эшләрмен, тип уйлайым, – ти Флүзә Батыр ҡыҙы.
Ауылда балалар китапханаларға йөрөй, сөнки китапханасы йәш быуынды уҡыуға ылыҡтырыу, китапҡа һөйөү уятыу өсөн төрлө алымдар тәҡдим итә, даими рәүештә саралар ойоштороп тора.
Флүзә Әхмәтйәнова бер урында ғына тапанып тора торғандарҙан түгел, бар ергә лә өлгөрә. Мәҫәлән, төрлө кимәлдәге йыр, шиғыр конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Быйыл “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсында ҡатнашып, дипломға лайыҡ булған. Шулай уҡ ул әҙерләгән балалар район, онлайн тәртибендәге сараларҙа алдынғы урындар ала.
Уңған китапханасының китапханаһы ла балҡып тора. Республика кимәлендә уҙған “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһы - 2025” конкурсында ҡатнашып, Исламбай ауыл китапханаһы 114 мең һумлыҡ суммаға сертификат менән бүләкләнгән. Ул аҡсаға телевизор, принтер, ноутбук, китап күргәҙмәһе өсөн кәштә, штатив алғандар.
Флүзә Батыр ҡыҙы райондың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, 2001 йылдан ауыл ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып тора. Тынғыһыҙ, уңған ханымды 2022 йылда ауыл старостаһы итеп ҡуйғандар. Бер саҡырылыш ауыл советы депутаты булһа, 2024 йылдағы һайлауҙа район депутаты итеп һайлағандар.
Хәҙер инде балалары күптән инде үҙаллы тормош көтә. Ике улы Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Өсөнсө улдары хәрби хеҙмәттән һуң – “Витязь” заводында, ҡыҙҙары иһә Салауат ҡалаһында техникум тамамлап, комбинатта эшләй.
– Ҡәйнә-ҡайны менән ғүмер буйы бергә йәшәнек. Улар һәйбәт булды, уҡырға киткәндә лә, эш буйынса йөрөгәндә лә балаларҙы ҡараштылар, – ти Флүзә Батыр ҡыҙы.
Әле лә уңған ғаилә кәртә тултырып мал тота. Хужабикә биш һыйыр һауа, уның ағын эшкәртеп, төрлө һөт ризыҡтарын һатып тора. Йорттары ла ҙур, бөхтә, таҙа.
Эйе, Флүзә Батыр ҡыҙы кеүек уңғандар, тырыштар бар ерҙә лә өлгөрә, матур итеп эшләй ҙә, ғаилә лә ҡора, донъяла ла көтә. Ошондай аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙар, уңған хужабикәләр, өлгөлө әсәйҙәр, иренең таянысы булған гүзәл заттар күберәк булһын.
Рәмилә Мусина фотоһы.