Ғафури йәнә республиканың “баҫма һүҙҙе иң күп уҡыусылар йәшәгән районы” тигән статусын раҫланы. Красноусол ауылында аншлаг менән беренсе республика матбуғатҡа яҙылыусылар көнө үтте.
Район мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған матбуғат байрамына төрлө һөнәр эйәләре йыйылды. «Башҡортостан», «Йәшлек», «Ҡыҙыл таң» гәзиттәре, «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Шоңҡар» журналдары, шулай уҡ «Звезда Гафури», «Табын» район гәзиттәре мөхәррирҙәре һәм журналистары үҙ уҡыусылары менән осрашты.
Сара башланыр алдынан теләгән һәр кем республика, район гәзиттәренә яҙыла, бүләктәр ала, приздар уйнатыуҙа ҡатнаша алды. Ғафуриҙар ҙур әүҙемлек күрһәтте: почта һәм редакция хеҙмәткәрҙәре теләгәндәрҙе яҙҙырырға саҡ өлгөрҙө, ә лототрон ҡуйылған төп өҫтәлгә сират теҙелде.
Бер сәғәт эсендә лототронға йөҙҙән ашыу яҙылыу квитанцияһы һалынды. Был район халҡының республикалағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуын ғына түгел, ә улар тураһында тап матбуғат аша белергә теләгәнен дә раҫлай. Мәҙәниәт йорто фойеһында ағинәйҙәр ҡунаҡтар өсөн милли моңдарҙан торған сағыу бейеү кисәһе ойошторҙо. Милли кейемдәге ҡунаҡсыл апайҙар бөтәһен дә хуш еҫле самауыр сәйе менән һыйланы.
Баш мөхәррирҙәрҙең уҡыусылар менән осрашыуы ла дуҫтарса йылы мөхиттә үтте. Һәр ҡатнашыусы хәл итәһе мәсьәләләр тураһындала һөйләне, баҫмаларҙың уңыштары менән дә уртаҡлашты. Тамашасылар һорауламаларҙа һәм викториналарҙа ҡыҙыҡһынып ҡатнашты, сығыш яһаусыларҙы алҡыштар менән оҙатты.
Район хакимиәте башлығы Венер Вәхитов исеменән уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова һүҙ тотто. Ул иҫ киткес байрамды ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.
– Матбуғатҡа яҙылыусы көнөнөң тәүгеһе тап беҙҙә үтеүе ҡыуаныслы, – тип билдәләне Гүзәл Зөфәр ҡыҙы. – Был республика һәм район баҫмаларына яҙылыу, гәзит-журналдарҙың мөхәррирҙәре, журналистары менән аралашыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Байрамда ҡатнашҡандарҙың барыһына ла – редакцияларға ла, район халҡына ла рәхмәт. Район хакимиәте Ғафури районы республикала баҫмаларға яҙылыу буйынса алдынғы рәттә ҡалһын өсөн бар көсөн һалыр.
Ҡунаҡтарҙың сығышы йыр-моң менән сиратлашты. Район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Ғафури артистары ғына түгел, республикала билдәле башҡарыусылар ҙа – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Заһир Иҫәнсурин һәм Фәрүәз Урманшин сығыш яһаны.
Байрам аҙағында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто бүләктәр уйнатты. Даланлылар бүләккә эйә булды, уның ҡарауы, бөтә ҡатнашыусылар ҙа яҡшы кәйефкә көйләнеп, гәзит-журналдарға яҙылып, киләсәктә улар аша яңылыҡтар менән танышыу мөмкинлеге алып таралышты.
Рөстәм Хәлимов фотолары.