Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
29 Октябрь 2025, 19:45

Рус милләтенән булһа ла, “Башҡортостан" -Йома”ға яҙылған

Башҡорт гимназияһында эшләүсе уҡытыусыға афарин!

Рус милләтенән булһа ла, “Башҡортостан" -Йома”ға яҙылған
Рус милләтенән булһа ла, “Башҡортостан" -Йома”ға яҙылған

Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернатында география уҡытыусыһы һәм музей етәксеһе булып эшләй Олеся Талибуллина.

Музейҙа ҡомартҡыларҙың ниндәйен генә күрмәҫһең: гимназия тарихы, Бәләбәй ҡалаһы тураһында ла бай мәғлүмәттәр тупланған. Улар тураһында балаларҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп һөйләй ул.

“Башҡортостан"-Йома” гәзитен дә ул элек-электән алдыра, гимназия тураһында мәҡәләләрҙе йыйып та бара.

- Үҙебеҙҙең коллектив тураһында мәҡәләләрҙе күреп һөйөнәм. Башҡортса яҙылһа ла, күбеһен аңлайым, - ти Олеся Сергеевна.

Башҡорт теленә, тарихына, йолаларына ошондай ихтирамлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт уға.

Ғөмүмән, был уҡыу йортонда беҙҙең уҡыусыларыбыҙҙың күп булыуына был юлы ла инанып ҡайттыҡ. Киләһе ярты йыллыҡҡа ла беҙҙең гәзиткә дәррәү яҙылып ҡуйған улар. Уҡытыу, тәрбиә күрһәткестәрендә генә түгел, матбуғатҡа яҙылыуҙа ла матур өлгө күрһәтә Бәләбәйҙең Дилбәр Фәтхетдинова етәкләгән башҡорт гимназияһы коллективы.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Рус милләтенән булһа ла, “Башҡортостан" -Йома”ға яҙылған
Рус милләтенән булһа ла, “Башҡортостан" -Йома”ға яҙылған
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас