Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
21 Ноябрь 2025, 23:20

Дүртөйлөләр гәзит-журналға яҙылыуҙа ла алдынғы

Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр донъяһында яңылыҡтарҙы “әйләндерергә” мөмкин, әммә беҙ баҫма һүҙенең көсөн онотмайбыҙ.

Дүртөйлөләр гәзит-журналға яҙылыуҙа ла алдынғы
Дүртөйлөләр гәзит-журналға яҙылыуҙа ла алдынғы

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы сиктәрендә республика гәзит-журналы вәкилдәре Дүртөйлө районынан иң әүҙем уҡыусылары менән осрашты.

“Матбуғат байрамы” ҡаланың Мәҙәниәт һарайы фойеһында гәзит-журналдарға яҙылыу акцияһы менән башланып китте. Артабан сара тамаша залында дауам итте.

 “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина сығышында бөгөн йәмғиәтебеҙҙә гәзит-журналдарҙың тотҡан урыны һәм әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул яҙылыу кампанияһын ойоштороуҙа һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек һәм әүҙем ярҙам күрһәткәндәре өсөн Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа, социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Илнур Әхмәҙиевкә һәм мәҙәниәт идаралығы начальнигы Рәсим Ямалетдиновҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сығышында махсус хәрби операцияға командировкаға барған саҡта Дүртөйлө егеттәре менән осрашыу минуттарын иҫкә алды, район халҡына матбуғатҡа тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Гәзитебеҙҙе таратыуға тос өлөш индергән бер төркөм тоғро дуҫтарыбыҙға – район хакимиәте башлығы Риф Йосоповҡа, район мәҙәниәт идаралығының методика бүлеге мөдире Гөлназ Мусинаға, мәғариф идаралығының мәғлүмәт-аналитика үҙәге методисы Гөлназ Мәжитоваға, Дүртөйлө ҡалаһының Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Хөсәйеноваға, "Ленин" тоҡомсолоҡ заводы ЯСЙ-һы генераль директоры Альберт Дәүләтбаевҡа, шәхси эшҡыуар, КФХ башлығы Илшат Хөснөтдиновҡа, "Регион-Лес" ЯСЙ-һы директоры Илфир Ғилметдиновҡа рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ гәзиттең социаль селтәрҙә уҙғарған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсында икенсе урын алған Динар Хөснөтдиновҡа диплом һәм Белорет районында урынлашҡан “Иҙел башы” турбазаһына юллама бүләк итте.

“Республика Башкортостан”, “Кызыл таң”, “Өмет”, “Юлдаш” гәзиттәренең һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы”, "Аҡбуҙат" журналдарының баш мөхәррирҙәре, яуаплы вәкилдәре лә район халҡына яҡшы подписка өсөн рәхмәт әйтеп сығыш яһаны.

"Матбуғат байрамы"нда гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Ошо акция барышында "Башҡортостан" гәзитенә яҙылған Л.В. Сәйетғәлина ла бүләкле булып ҡыуанды.

“Матбуғат байрамы”на килгән тамашасылар матур концерт ҡарап кинәнде. Яҡташтарын ҡыуандырып, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Зөлҡәрнәев сығыш яһаны.

– Хәҙерге заман технологиялары һәм социаль селтәрҙәр донъяһында яңылыҡтарҙы “әйләндерергә” мөмкин, әммә беҙ баҫма һүҙенең көсөн онотмайбыҙ. Әле матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы дауам итә, һәм мин һәр берегеҙгә журналдарға һәм гәзиттәргә яҙылыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәңәш итер инем. Тормошобоҙҙо сағыуыраҡ һәм тулыраҡ иткән, бер мәғлүмәт кенә түгел, ә мәҙәниәтебеҙҙең һәм мираҫыбыҙҙың ысын өлөшө булған матбуғат баҫмаларына бергәләп яҙылайыҡ, – тип белдерҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото сығанаҡтары:  “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте, Дүртөйлө районы хакимиәте, “Юлдаш” гәзите, Рәмилә МУСИНА.

Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас