“Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк оттороу - иң күңелле сараларҙың береһе. Яҙылыусыларға бүләк таратып үҙебеҙ ҙә һөйөнәбеҙ. Киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында аҙна һайын бүләк оттороу ҙа матур йолаға әүерелгән.
Хәйбулла районы Сиҙәм ауылында йәшәүсе Фәниә Байғусҡарова “Аҙна бүләге” отошонда термослы булды. Бөгөн Фәниә апайҙың ҡыҙы Гүзәл редакциябыҙға килеп әсәһенә тигән бүләкте алды. Бик тиҙҙән ул хужаһына тапшырылыр.
-Беҙ бала саҡтан күпләп гәзит -журнал алдырҙыҡ, матбуғат баҫмаларын уҡып үҫтек. Әле әсәйемә “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙыртабыҙ тигәс, ул һөйөнөп риза булды. Гәзит уҡырға яратҡас, уға матур бүләк булды, – тине Гүзәл.
Бүләк оттороуҙы дауам итәбеҙ. “Башҡортостан” ға яҙылмаған булһағыҙ, оҙаҡҡа һуҙмай был эште башҡарып ҡуйығыҙ, квитанцияһын редакцияға ебәрегеҙ.
Автор фотоһы.