Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
1 Декабрь 2025, 18:50

Гөлшат апай 30 йылдан ашыу “Башҡортостан”дан айырылмай

Ун көнлөктә һеҙ ҙә гәзиткә ташламалы хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ!

Гөлшат апай 30 йылдан ашыу “Башҡортостан”дан  айырылмай
Гөлшат апай 30 йылдан ашыу “Башҡортостан”дан айырылмай

Райондарға эш сәфәре мәлендә оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” гәзитен алдырыусыларҙы осратһаҡ, күңел үҙенән-үҙе күтәрелеп китә. Салауат районында ла йәшәй беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ. Уларҙың береһе – ғүмер буйы Малаяҙ башҡорт гимназияһында китапханасы булып эшләгән, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булған Гөлшат Әхмәтшина.

– Китапханала эшләгән осорҙа гәзиттең файҙаһын бигерәк тә ныҡ тойҙоҡ. Уҡытыусылар, уҡыусылар менән йыйылып гәзитте уҡый торғайныҡ. Асыҡ дәрестәр мәлендә лә ваҡытлы матбуғат баҫмалары файҙаланылды. Гәзиттән күргәҙмәләр ҙә эшләй торғайным. Уҡып ҡына ҡалманыҡ, дәрестәрҙә, төрлө сараларҙа уны ҡулландыҡ, – тине Гөлшат Ислам ҡыҙы.

“Башҡортостан” гәзите шул йылдарҙан күңеленә инеп ҡала һәм хаҡлы ялға сыҡҡас та, унан айырылмай. Почта килеү менән уҡырға ашыға.

–Миңә бигерәк тә яңылыҡтар, сәйәси темаға мәҡәләләр ҡыҙыҡлы. Гәзиттә рәсми мәғлүмәт бирелә, уларҙың һәр береһен ышанып уҡыйым. Үҙебеҙҙең район, яҡташтарыбыҙ тураһындағы мәҡәләләр сыҡһа, айырыуса күңелгә яҡын, – ти ул.

Оло йәштә булһа ла, һалдаттарға ярҙам булһын тип, Гөлшат апай маскировка селтәрҙәре үрергә йөрөгән. Әлеге көндә һалдаттарға йылы ойоҡбаштар бәйләү менән мәшғүл.

Ирекмәнлек эше өсөн Гөлшат Әхмәтшина район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! 3 декабрҙән матбуғат баҫмаларына ташламалы яҙылыуҙың ун көнлөгө башлана. Ул 13 декабргә тиклем дауам итә. Ошо форсаттан файҙаланып “Башҡортостан” гәзитенә яҙылырға онотмайыҡ, дуҫтар! Квитанцияларығыҙҙы ебәреп ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлеге лә бар.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас