Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
3 Декабрь 2025, 20:15

"Китап" магазинына саҡыралар

5 декабрҙә Өфөлә нәшриәттең "Китап" магазинында Гәзит-журналға яҙылыусы көнө үткәрелә. Ҡатнашыусыларға махсус программа ҡаралған.

"Китап" магазинына саҡыралар
"Китап" магазинына саҡыралар

5 декабрҙә Өфөлә нәшриәттең «Китап» магазинында Гәзит-журналға яҙылыусы көнө үткәрелә. Ҡатнашыусыларға махсус программа ҡаралған.

Был көндө теләгән һәр кем “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына льготалы хаҡтар буйынса яҙыла һәм “Изге подписка”акцияһында ҡатнаша ала. Үҙегеҙгә, ата-әсәгеҙгә, дуҫтарығыҙға һәм ярҙамға мохтаж булғандарға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ветерандарына, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә Яңы йыл бүләге эшләү мөмкинлеге бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙән 10-ына тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу аҙналығы үтә. Был осорҙа хаҡтар түбәнерәк, ә квитанцияларығыҙҙы ебәреп, отошта ҡатнаша һәм бүләкле була алаһығыҙ.

5 декабрҙә 10.00 -17.00 сәғәттә, Өфө, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “Китап” магазинына рәхим итегеҙ.

Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/obshchestvo/2025-12-03/v-ufe-vseh-zhelayuschih-priglashayut-na-den-podpischika-4492128

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас