Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
13 Ғинуар , 12:15

Рәсәй матбуғаты көнө менән!

Журналистарҙан башҡа кем идеология  фронтында халыҡтарҙың берҙәмлеген, ғаилә нигеҙҙәрен һәм традицияларын нығытыу эшенә ғәҙел һәм ышаныслы һүҙ, дөрөҫ факттар менән хеҙмәт итә?! 

Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!

Бөгөн, 13 ғинуарҙа, Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә. Байрам датаһы осраҡлы ғына һайланмаған: 1703 йылдың 13 ғинуарында Петр I указы буйынса Рәсәйҙә беренсе баҫма гәзит – “Ведомости” сыға башлай. Петр I гәзиткә материалдарҙы шәхсән үҙе һайлаған, тәржемәләрҙе тикшергән һәм төҙәтмәләр индергән.

Ә бөгөн инде Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостандың баҫма матбуғатын төрлө йүнәлештәге йөҙҙәрсә гәзит һәм журнал тәшкил итә.

Республиканың төп милли баҫмаһы һаналған “Башҡортостан” да – бай тарихлы гәзит. Ул “Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире” тигән исем менән 1917 йылдың 14 июнендә сыға башлаған. Баҫманы ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Киләһе 2027 йылда “Башҡортостан” гәзите 110 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға йыйына.

Беҙ бөгөн бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисергән, хәрәкәттә булған мәғлүмәти быуатта йәшәйбеҙ. Шундай ҙур тиҙлектәге һәм күләмдәге мәғлүмәт ағымында ҡайһы хәбәрҙең дөрөҫ, ҡайһыһының ялған булыуын айырыу ҙа ауыр. Ошондай шарттарҙа рәсми баҫмалар бары тик тикшерелгән мәғлүмәт тәҡдим итеүе менән өҫтөнлөклө. 

“Беҙ илебеҙҙә – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгән яңы 2026 йылға аяҡ баҫтыҡ. Журналистарҙан башҡа кем идеология  фронтында халыҡтарҙың берҙәмлеген, ғаилә нигеҙҙәрен һәм традицияларын нығытыу эшенә ғәҙел һәм ышаныслы һүҙ, дөрөҫ факттар менән хеҙмәт итә?!” – тип яҙҙы ҡотлау сәләмендә Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов.

Хөрмәтле коллегалар! Барығыҙҙы ла һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Дөрөҫлөк, ғәҙеллек хаҡына башҡарған мөһим һәм кәрәкле хеҙмәтебеҙҙә бергә һәм берҙәм булайыҡ!

Фотолар "Башҡортостан" гәзите архивынан. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас