Һәр яңы йылдың башланыуы өр-яңы уй-маҡсаттар ҡуйыу ғына түгел, үҙеңде Башҡортостан тормошо, унда йәшәүселәр тураһында көнүҙәк һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тәьмин итеү өсөн бик яҡшы сәбәп тә. Был йәһәттән республикабыҙҙа донъя күргән матбуғат баҫмаларына һәм, әлбиттә, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенә яҙылырға кәрәк. Өҫтәүенә был изге ғәмәл өсөн ҡиммәтле бүләктәргә эйә булыу мөмкинлеге лә бар.
Ғөмүмән, “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк оттороу матур йолаға әүерелде. Шуға күрә хәҙер күптәр был сараны көтөп ала һәм даими ҡатнашырға тырыша. Йыш ҡына бүләк отҡан уҡыусыларыбыҙҙан: “Беҙ гәзиткә бүләк өсөн яҙылмайбыҙ, уҡыр өсөн алдырабыҙ”, – тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә.
Күптән түгел 2026 йылдың беренсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән гәзит уҡыусылар араһында бүләктәр уйнаттыҡ. Һәм төп бүләкте – “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһына юлламаны – Ишембай районының Әхмәр ауылында йәшәүсе Нәжиә Ғәйфулла ҡыҙы Мостафина отто. Ул – “Башҡортостан” гәзитен үҙен белә-белгәндән, мәктәп йылдарынан уҡ уҡып барған һәм оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән замандаштарыбыҙҙың береһе. Бөгөн уның ҡыҙы Гүзәл Байдәүләтоваға редакциябыҙҙа сертификатты тапшырҙыҡ.
– Был барыбыҙ өсөн дә һис көтөлмәгән матур бүләк булды, хатта башта ышанмай торҙоҡ. Оҙаҡ йылдар әсәйебеҙ “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡый һәм был юлы квитанияһын редакцияға ебәргәйне. Гәзит битендә бүләк отоштоң үткәрелеүе һәм бәхеттең тап әсәйебеҙгә йылмауы тураһындағы мәғлүмәт йыл башының матур яңылыҡтарының береһенә әүерелде. “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләүселәрҙең барыһына ла уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек һәм гәзит уҡыусылар һанының артыуын теләйем, – тип үҙенең теләктәрен дә еткерҙе Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы.
Төп бүләгебеҙ хужаһы Нәжиә Ғәйфулла ҡыҙы Мостафина тураһында мәҡәлә гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә донъя күрәсәк. Тарихыбыҙ йылъяҙмаһы булған “Башҡортостан” гәзитенән айырылмайыҡ, яҙылайыҡ, дуҫтар!
Айһылыу НИЗАМОВА.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.