“Башҡортостан” гәзите тоғро дуҫтарға бай. Уны ғүмер буйы алдырып уҡығандарҙың милли баҫмаға һөйөүе балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә лә күсеп, быуындар бәйләнешен нығыта. Ошондай рух һаҡсылары араһында Бөрйән районының Яңы Усман ауылынан педагогика хеҙмәте ветераны Вәзимә Мәжитова ла бар.
Ул – Баймаҡ ҡыҙы. 1971 йылда юллама буйынса Бөрйәндең төпкөл ауылына уҡытырға килә. Урманлы төбәкте, уның ихлас күңелле ябай халҡын шунда уҡ үҙ итә. Яңы Усман егете Ғәле Әхмәтғәзи улына кейәүгә сығып, ошонда ғүмерлеккә тороп ҡала.
Вәзимә Ишбулды ҡыҙы барлыҡ тормошон мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға бағышлай. Эшкә килеүенең тәүге йылында уҡ өлкәндәрҙән ауылдың бай тарихын яҙып ала башлай, ошонда элек-электән йәшәгән нәҫелдәрҙең шәжәрәһен төҙөй, ер-һыу атамаларын, тарихи урындарҙы, тәбиғәт ҡомартҡыларын ентекле өйрәнеп, теркәй бара, боронғо экспонаттарҙы йыя. Мәктәп уҡыусыларын төрлө ергә сәйәхәткә даими алып йөрөй, айырыуса музейҙарҙы күрһәтеүгә ҙур иғтибар бүлә. Уларҙы ижади йәһәттән үҫтерә, туған телгә, рухи ҡиммәттәргә, шул иҫәптән милли матбуғатҡа оло һөйөү тәрбиәләй.
Бөгөн Яңы Усмандың тарихы, ер-һыу атамалары ентекле өйрәнелгән, шәжәрәләр төҙөлгән – ауылдаштар быларҙың барыһы өсөн дә тәү сиратта Вәзимә Ишбулды ҡыҙына рәхмәтле. Хөрмәтле уҡытыусының хәҙер урындағы мәҙәниәт йортонда бай музейы ла эшләй.
Вәзимә Ишбулды ҡыҙы менән Ғәле Әхмәтғәзе улы Мәжитовтар үҙҙәре кеүек илһөйәр, телһөйәр, рухлы балалар үҫтергән. Өлкән улдары Азат оҙаҡ йылдар урындағы хакимиәт башлығы бурыстарын атҡарһа, Гөлнур, Азамат, Гөлшат иһә – эшен мөкиббән яратып башҡарған уҡытыусылар. Мәжитовтарҙың балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә “Башҡортостан” гәзитенә йыл да яҙыла, унда үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел редакцияла “Башҡортостан” гәзитенә 2026 йылдың беренсе яртыһына яҙылып, квитанцияларын отошта ҡатнаштырыу өсөн ебәргән уҡыусылар араһында бүләк уйнаттыҡ. Унда милли баҫмабыҙҙы 50 йылдан ашыу алдырған хөрмәтле Вәзимә Мәжитова электр сәйнүге отто. Матур бүләкте ветеран уҡытыусының ейәндәренең береһе – студент Рамаҙан Азамат улы килеп алды.
Тоғро дуҫыбыҙҙы, еңеүсебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Артабан да бергә булайыҡ!
Фотола: Вәзимә Мәжитованың бүләген ейәне Рамаҙан килеп алды.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!