Бөтә яңылыҡтар
Гәзиткә яҙылыу
5 Февраль , 12:00

70 йыллап “Башҡортостан” гәзите менән бергә

Вәлиевтәр замандаштарына матур өлгө күрһәтә

70 йыллап “Башҡортостан” гәзите менән бергә
70 йыллап “Башҡортостан” гәзите менән бергә

Республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә йәшәүсе, гәзитебеҙҙе даими алдырыусы дуҫтарыбыҙ менән көслөбөҙ. Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Әлмира менән  Риф Вәлиевтәр ҙә беҙҙең тоғро уҡыусыларыбыҙ. Бар ғүмерен уҡытыусылыҡҡа арнаған замандаштарыбыҙ ғүмер буйы матбуғат баҫмалары менән дуҫ.

Риф Заһит улы  1945 йылда Ҡаран-Йылға ауылында тыуған. Хәреф таный башлағандан алып гәзит-журналдар уҡырға ярата. Мәктәп йылдарында өлкән кластарҙа  почтальон булып эшләргә лә тура килә. Дәрестән һуң Сәйетбаба почтаһынан гәзит-журналдарҙы арҡаһына йөкмәп, Ҡаран-Йылғаға алып ҡайта.  Шуларҙы ауыл буйлап таратып сыға.

Риф ағайҙың  “Башҡортостан” гәзите менән дуҫлығына 70 йыллап. Бер йылда ла   беҙҙең гәзиткә яҙылмай ҡалмайҙар. 1970-1980 йылдарҙа Вәлиевтәр ғаиләһе  40-ҡа яҡын дана гәзит-журнал алдыра. 1978 йылда яҙылған матбуғат баҫмалары һаны буйынса  уларҙың ғаиләһе районда алдынғылыҡты биләй. Ниндәй генә  гәзит йә журнал килмәй уларға! Әлмира апай сәскә, баҡса үҫтереү менән мауыҡҡас, уға ҡағылышлыларын алдыра, умартасылыҡ эшен үҙ иткән Риф ағай  ҡортсолоҡ хаҡында журналдар яҙҙырта. Был ғаиләлә дүрт бала донъяға килә,  улар ҙа бәләкәйҙән балалар өсөн гәзит-журналдарҙы уҡып үҫә.

– Ғөмүмән, гәзит-журналдарҙы уҡырға кәрәк. Мәғлүмәтһеҙ ҡалһаң, ҡабат таш быуат дәүеренә ҡайтырға мөмкин. Матбуғат баҫмалары беҙгә тормошта йүнәлеш бирә, тәрбиәләй, төрлө яҡтан үҫтерә. Замандаштарыбыҙға теләгебеҙ – матбуғат баҫмаларын алдырһындар ине, – ти Вәлиевтәр.

Әлмира апай, Риф ағай кеүек рухлы замандаштарыбыҙ булғанда матбуғат баҫмалары ла йәшәр.

Фото: шәхси архивтан.

 

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас