Гәзиткә яҙылыу
6 Марта , 11:45

Бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ

Быйылғы ярты йыллыҡҡа ла гәзиткә яҙылып, редакция бүләген отто.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡБүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ
Бүләгебеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ

Райондарға эш сәфәре менән сыҡҡанда беҙҙең гәзитте алдырыусылар, уҡыусылар менән күрешеүе бигерәк тә һөйөнөслө. Бүздәк районының Ҡаңны–Төркәй ауылында ла йәшәй беҙҙең күптәнге тоғро дуҫыбыҙ.  

2011 йылдан алып Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһенә етәкселек иткән, ауылдарының үҫеше өсөн бар  тырышлығын һалған Ғәли Шәғәлиев матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙа ла яҡташтарына өлгө күрһәтә. Бер ҡасан да “Башҡортостан” гәзит алдырмай ҡалмай. Быйылғы ярты йыллыҡҡа ла гәзиткә яҙылып, редакция уҙғарған бүләк отошта миксер отто.

Ғәли Барый улына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә  бик күп йылдар “Башҡортостан” гәзите  уның йортона килеүен теләйбеҙ.

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева