

Гәзиткә яҙылыусылар араһында бүләк оттороу матур йолаға әүерелде. Бүләктәр таратып, үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ.
Бөгөн редакциябыҙға Әбйәлил районының Асҡар ауылынан “Һомай” колонкаһын отоусы Сәфиулла Ғайсин килде. Уға вәғәҙәләгән бүләкте тапшырып ҡуйҙыҡ.
Һөнәре буйынса ул - электрик, һуңғы 20 йылда - диндә. Мәсеттәр төҙөү буйынса ла ҙур эш алып бара. Сәфиулла хәҙрәт дүрт тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендә булып ҡайтҡан. Аҙаҡҡы тапҡыр барғанында өс ай яугирҙәр янында булып, уларға дини белем бирә, рухи көс өҫтәй.
Ижад итеү һәләте лә унда күптәндән бар. Электән республика, район гәзиттәрендә мәҡәләләре сыға. Бынан тыш биш китабы донъя күргән.
– “Башҡортостан” гәзите менән күптән танышмын. Элек ауыл фермаһында, конторала “ҡыҙыл мөйөш” була торғайны. Шунда гәзиттәрҙе уҡый инем. Был юлы “Башҡортостан” гәзитенә яҙылып, квитанцияһын тапшырғас, бүләк отормон тип уйламаным да. Бик һөйөндөм. Киләсәктә лә “Башҡортостан”ға яҙыласаҡмын, - тине Сәфиулла Әхмәтшәриф улы.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға һөйөнөслө хәбәребеҙҙе еткерергә ашығыбыҙ. 6-16 апрелдә матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу буйынса 10 көнлөк бара. Осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылырға уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Автор фотоһы.