Гәзиткә яҙылыу
20 Апреля , 08:30

Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте

"Ҡалһын мәңгелеккә ошо мәлдән Бары тыңлап йәшәү йөрәгеңде",  – тип яҙғайны шағирә Гөлназ Ҡотоева. Был кисәлә беҙ уның йөрәк һүҙен ишеттек, шиғри донъяһының тылсымына сумдыҡ

Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үттеИҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте

18 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылы китапханаһы йылдағыса "Китапханалар төнө-2026" акцияһына ҡушылды.

Акция сиктәрендә шағирә, журналист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, 2013 йылдан 2024 йылға тиклем “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, әлеге көндә "Башҡортостан" республика гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләгән Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева менән осрашыу ойошторолдо. Шиғри аралашыу йылы, йәнле мөхиттә барҙы.

Китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәрова шағирәнең тормош һәм ижад  юлы менән таныштырҙы, әҫәрҙәре хаҡында һөйләне. Гөлназ Мират ҡыҙы “Китапханалар төнө”нә йыйылған шиғриәт һөйөүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Тамашасылар рәхәтләнеп шағирәнең үҙенсәлекле шиғриәт донъяһы менән танышты, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алды, теләктәрен еткерҙе, үҙҙәре лә шағирәнең ижад емештәрен уҡып ишеттерҙе.

Кисәлә тальян моңо ла урынлы булды  – Рөстәм Ишмөхәмәтов башҡарыуында халыҡ көйҙәре күңелдәрҙе нескәртте.

Шағирә ижадына арналған китап күргәҙмәһе лә кисәгә килеүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты: унда әҙибәнең китаптары, журналист булараҡ яҙған очерк-интервьюлары, төрлө баҫмаларҙа баҫылған мәҡәләләрен күрергә мөмкин ине.

Осрашыу барыһына ла оҡшаны. Кисә матур хәтирә булып оҙаҡ ваҡыт күңелдәрҙе йылытыр.

 

Гөлшат ШӘНГӘРӘЕВА.

Гөлназ ҠОТОЕВА, шағирә:

- Иҫке Муса ауылына барғаным булды. Мине ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған балсыҡ оҫтаханаһы ҡыҙыҡтырғайны. Унда китапханасы Миләүшә Мөхәмәтйәрованың улы Илдус оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тирә-яҡтан ағылып, шул оҫтаханаға килеүҙәрен белеп, бер ваҡыт уны үҙем дә барып күреп, эштәре менән танышып ҡайтҡайным. Был юлы ижадыма, матбуғатҡа арналған осрашыу була тигәс, бер нисек тә бармай ҡала алманым. Китапханасы Миләүшә Миниғәле ҡыҙы – минең биш йыл дауамында университетта бергә уҡыған һабаҡташым да. Хеҙмәт юлын тәржемәсе булараҡ “Башҡортостан” гәзитендә башлаған. Тормошҡа сыҡҡас, ошо ауылда байтаҡ йылдар инде китапханасы булып эшләй. Тынғыһыҙ, үҙ эшенә бик яуаплы кеше. Тормош иптәше Рафаэль менән гөрләтеп донъя көтәләр. Хәҙер инде олатай-өләсәй булып, балаларын башлы-күҙле итеп, бик килешеп йәшәйҙәр.

Иҫке Муса китапханаһында әҙәби осрашыуҙар булып тора. Рәлис Ураҙғоловтың хәтер кисәһен үткәргәндәр. “Билдәле журналистар, Рәлистең яҡын дуҫтары – баш мөхәррирегеҙ Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин һинән алда ғына булып китте, шағирә Фирүзә Абдуллина ла килде”, – тинеләр улар.

Осрашыу бер тынала үткән кеүек булды. Иҫке Муса ауыл хакимиәте башлығы Илмира Әнүәр ҡыҙы Ғәлиәхмәтова ауыл халҡының тын алышын еткерҙе: “Ошо йылдар эсендә Махсус хәрби операцияға 6 миллионға яҡын аҡса йыйҙыҡ: бер нисә машина, бер нисә квадрокоптер, бер нисә квадрацикл һатып алып оҙаттыҡ. Әле лә һеҙҙең менән осрашырға бер нәмәгә битараф булмаған, йөрәктәре ҡайнар кешеләр йыйылған. “Ете ҡыҙ” ойошмаһы менән танышбыҙ, улаар менн бәйләнештә эшләйбеҙ. Ошо темаға гранттар яҙабыҙ. Үҙем дә “Беренсе тирмә” төбәк проектына ҡушылып, ике аҙна дауамында ирекмән булып госпиталдә эшләп ҡайттым. Һалдаттарыбыҙ хаҡында күберәк яҙырға кәрәк. Һәр бер һалдат – үҙе бер яҙмыш бит ул. Үҙем дә йөрөп ҡайтҡас улар хаҡында һөйләрмен, яҙырмын тигән теләк уянды. Шундай яралы йөрәктәр бар. Өсәр ай юғалып тороп, ғаиләһенә һәләк булған тип хәбәр ителеп, аҙаҡ ошо яугирҙең табылыуы... Һуғыш бөтөр. Әммә уның әсеһе ҡалыр, һығымта яһар өсөн, ысын ҡаһармандарҙы күрһәтер өсөн ҡәләм эйәләре кәрәк. “Һуңғы һулыш” повесығыҙҙағы геройығыҙҙың яҙмышы – беҙҙең ауылдан сыҡҡан ике баланың яҙмышы. Улар ҙа һәләк булды. Иң яуаплы, иң хәүефле хәрби заданиеларҙы башҡарып сыға алған егеттәребеҙ. Әсәйҙең балаһына мөхәббәте хаҡындағы әҫәр, тиер инем мин уны. Шиғырҙарға йәшәй-йәшәй нығыраҡ тартылаһың, улар аша үҙеңде аңлайһың”, – тине ул сығышында.

Мәҙинә Ғәлиәхмәтова үҙенең күңел торошон яҡтырҡан “Иманлы йорт” тигән шиғырымды уҡып ишеттерҙе. Мәктәп уҡыусыһы Ильяна Бакирова нисек ижадҡа килеүем менән ҡыҙыҡһынды, ауылда ҡырҡ йылға яҡын фельдшер булып эшләгән Альмира Ғөзәйерова осрашыуҙан алған тәьҫораттары менән бүлеште: “ҡулыма эш бармай ине, бына дәртләнеп ҡайтам”, тине ул йөҙөн ҡояштай балҡытып.

Ошондай осрашыуҙар миңә лә дәрт өҫтәй. Иҫке Мусалар ауылдары менән ҡуйырлыҡ бәләкәй генә пьесаға заказ да бирҙе әле. Ауылдың рухын күтәрергә, һүҙ менән әйтә алмағынды сәхнәлә уйнап күрһәтеп еткерергә теләктәре бар уларҙың.

Китапхананан асфальт юлдан ҡайттыҡ. Алдараҡ Өфөгә киткән трассала уттар йымылдаша.

“Ел уйнап тора, ҡайһы ваҡыт өй хәтлем итеп юлға көрт һалып ҡуя ул”, – ти һабаҡташым. Мин офоҡ артына юғала барған ҡояш нурҙарына һоҡланам. Тиҙҙән йондоҙҙар ҙа ҡабына башлар. Ниндәй бәхет ошо иркен, уңдырышлы ерҙә йәшәү, тием. Сыйырсыҡтар ҡайтҡан. Баҡсала йәшел һуған ҡалҡҡан. Ҡапҡа эсе тап-таҙа. Ағастар япраҡ ярырға бөрөләнгән. Хан һарайылай итеп төҙөлгән иркен йортта – бәрәкәт, иман һәм һөйөү. Һәр аҙымда – шиғриәт. Кешеләрҙең дәрте, сәме, донъя көтөргә, йәшәргә, балалар үҫтерергә тырышып ятыуын тойоу үҙе бер бәхет.

“Башҡортостан” гәзитен яратып уҡыйбыҙ, алдырабыҙ, тине Иҫке Мусалар. Бүләккә тип алып килгән баҫмабыҙҙың 2026 йылға календарын һөйөнөп алып ҡалдылар. Осрашыу минең дә күңелемде оҙаҡ йылытыр.

Һүрәттәрҙә:

Осрашыуҙан һуң иҫтәлеккә фото.

Ауыл китапханасыһы Миләүшә Мөхәмәтйәрова.

Ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова.

Мәҙинә Ғәлиәхмәтова шиғыр уҡый.

Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Иҫке Муса китапханаһында осрашыу үтте
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас