

«Башҡортостан» полкының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары Александр Мельченко башланғысы менән һәм Рәсәй гвардияһының төбәк идаралығы булышлығында Башҡортостандан ваҡытлы матбуғат баҫмалары махсус хәрби операция биләмәһенә даими оҙатыла. Был хәрбиҙәргә донъяла нимәләр барғанын белергә һәм кесе ватаны менән рухи бәйләнешен юғалтмаҫҡа ярҙам итә.
Полк яугирҙәре «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортонан яңы гәзит-журналдарҙың сираттағы партияһын алды ла инде. Тираждың бер өлөшөн подразделениеның хәрби-сәйәси үҙәгендә ҡалдыралар, ҡалған өлөшөн замполиттар аша алғы позицияларға тапшыралар.
Ведомствоның хәрби-сәйәси эш начальнигы полковник Евгений Лисица шулай уҡ нәшриәт йортона идаралыҡ һәм бөтә яугирҙәр исеменән рәхмәт белдерҙе. Алынған гәзиттәр һәм журналдар "Урал" ОМОН, "Толпар" СОБР, "Йәшен" һәм М. Шайморатов исемендәге отрядтарға ебәрелгән.
Һалдаттар һәм командирҙар рәхмәт әйтә. Элемтә һәм интернет булмаған саҡта "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң гәзит-журналдары уларға мәғлүмәт алыуҙа ҙур ярҙам.
Рафиҡ Әхмәтшин фотолары.