

Һәр ярты йыл һайын "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто республика һәм район баҫмаларына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната. Быйыл лотереяла 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Уларҙың һәр береһе 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына ике баҫмаға яҙылып, ойоштороусыларға квитанцияларын (күсермәләрен) ебәрҙе.
Һәм бүләктәр үҙ хужаларын тапты. Дыуан районының Ҡаракүл ауылынан Рәйес Йәрмөхәмәтов ноутбук отто. Ул "Йәшлек" һәм "Дыуан хәбәрҙәре" гәзиттәренә яҙылған.
Ҡар таҙартыу машинаһын Нуриман районының Сәрүә ауылынан Дәүләтбай Әлибәковҡа тапшырҙылар ("Толпар" журналы һәм "Красный ключ" гәзитенә яҙылған).
Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылынан Эльвира Зекерйәнова телевизор хужаһы булды. Ул "Йәшлек" һәм "Яңы Балаҡатай" гәзиттәренә яҙылған.
Робот-саң һурҙырғыс Ейәнсура районының Байыш ауылынан Әнүәр Ғүмәровҡа эләкте, ул "Ейәнсура таңдары" гәзитенә һәм "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына яҙылған.
Төп бүләкте — "Ҡарағай" шифаханаһына путевканы Ҡыйғы районының Арыҫлан ауылынан Рәйлә Ғафарова яуланы (ул "Йәшлек" һәм "Беҙҙең Ҡыйғы" гәзиттәренә яҙылған). Ул шифаханала ял иткән инде һәм бик ҡәнәғәт ҡалған.
Дуҫтар, һеҙ ҙә еңеүсе була алаһығыҙ! Әлеге ваҡытта 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы бара. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
"Башҡортостан" гәзите лә һеҙҙең яҙылыуығыҙҙы көтә. Әйткәндәй, өйҙән сыҡмай ғына яҙылырға ла була. Подпискаға һылтанма: https://podpiska.pochta.ru/press/П3030
Мәғлүмәт сығанағы: https://vk.ru/wall-175756454_6134